+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Июнь 2022, 14:58

Уҡытыусыларҙы конкурсҡа саҡыралар

Ғаризалар төп дүрт номинация буйынса ҡабул ителә.

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Уҡытыусылар өсөн рухи-әхлаҡи белем һәм тәрбиә биреү өлкәһендәге “Клевер ДНК” Бөтә Рәсәй конкурсына ғаризалар ҡабул итеү 8 авгусҡа тиклем дауам итә.

Ғаризалар төп дүрт номинация буйынса ҡабул ителә: рухи-әхлаҡи мәҙәниәткә классик, инновациялы, ижади һәм заманса ҡараш. Конкурстың һәр номинацияһы буйынса тулыраҡ мәғлүмәтте “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге “Клевер Лаборатория” төркөмөндә табырға мөмкин.

Һөҙөмтәләр 13 сентябрҙә иғлан ителә. Иң ҡыҙыҡлы эштәр көҙгө Педагогик конференцияла тәҡдим ителәсәк һәм “Клевер Лаборатория” платформаһында баҫыласаҡ. Конкурста ҡатнашыусылар – сертификаттар, ә еңеүселәр грамоталар, дипломдар һәм бүләктәр менән билдәләнәсәк.

Конкурстың сайтында ғариза ҡалдырырға, номинациялар һәм һайлап алыу критерийҙары менән танышырға мөмкин.

Рухи-әхлаҡи белем биреү йүнәлешен үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған бындай конкурстар ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) ҡуйған бурыстарҙы ла тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Сығанаҡ һәм фото: Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы.

Автор:
Читайте нас: