+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Июль 2022, 10:35

Бюджет урындары арттырылды

Башҡортостан юғары уҡыу йорттарында бюджет урындарын 909-ға арттырҙы. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Бюджет урындары арттырылды
Бюджет урындары арттырылды

Башҡортостан юғары уҡыу йорттарында бюджет урындарын 909-ға арттырҙы.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итеүенсә, Башҡортостан юғары уҡыу йорттарында бюджет урындарын 909-ға арттырҙы, 2022/2023 йылдарҙа — 14 374 була. Компьютер уйындары һәм виртуаль симуляторҙар инженеры, стартаптар менторы, пилотһыҙ техниканы проектлаусы кеүек яңы һөнәрҙәр барлыҡҡа килде. Өфө дәүләт нефть техник университетында, Өфө дәүләт авиация техник университетында, Башҡорт дәүләт университетында һәм Башҡорт дәүләт педагогия университетында үҙенсәлекле һөнәр үҙләштерергә тәҡдим ителә.

Ниндәй һөнәр һайларға кәрәклеген белер өсөн йәштәрҙең тағы бер айға яҡын ваҡыты бар. Документтар 27 июлгә тиклем ҡабул ителә. Быйыл колледждарға һәм юғары уҡыу йорттарына документтарҙы Дәүләт хеҙмәттәре сайты аша ебәрергә мөмкин.

Был яңылыҡтар “Мәғариф” милли проектын бойомға ашырыуға ла булышлыҡ итә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: