+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Июль 2022, 09:40

Сериал аша – уҡыусыларға һөнәри йүнәлеш биреү

Нисек самолетты ултыртырға, супергерой булырға, альпака үрсетергә? Башҡортостанда мәктәп уҡыусылары тәүге профориентацион сериал аша төрлө һөнәрҙәр менән танышасаҡ. Традицион сериалдарҙан айырмалы рәүештә, “Киләсәккә билет” йәштәргә файҙа килтерә, профессияға үҙ һөнәренә мөкиббән уңышлы кешеләр күҙлегенән ҡарай.

Сериал аша – уҡыусыларға һөнәри йүнәлеш биреү
Сериал аша – уҡыусыларға һөнәри йүнәлеш биреү

#нацпроекты#регпроекты#национальныепроектыБашкортостан

Нисек самолетты ултыртырға, супергерой булырға, альпака үрсетергә? Башҡортостанда мәктәп уҡыусылары тәүге профориентацион сериал аша төрлө һөнәрҙәр менән танышасаҡ. Традицион сериалдарҙан айырмалы рәүештә, “Киләсәккә билет” йәштәргә файҙа килтерә, профессияға үҙ һөнәренә мөкиббән уңышлы кешеләр күҙлегенән ҡарай.

“Киләсәккә билет” мәктәп уҡыусыларына иртә һөнәри йүнәлеш биреү буйынса федераль программаһының операторы булған Гуманитар проекттар фонды һөнәр һайлау буйынса беренсе веб-сериалды продюсерлай. Сериалды Рәсәйҙә билдәле студия төшөрә.

Яңы проект буйынса съемкалар тамамланған, әле сериалды төшөрөүселәр беренсе миҙгелдең презентацияһына әҙерләнә. Ул 23 төбәктә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла күрһәтелә. Премьера 2022 йылдың октябрь айында көтөлә. Геройҙарҙың мажараларын федераль каналдар тамашасылары, “Киләсәккә билет” аккаунттарына яҙылыусылар, Рәсәй уҡыусылары һәм уларҙың атай-әсәйҙәре ҡарай ала.

Сериалдың нигеҙендә – төрлө өлкәлә (медицина, IT, медиа, бизнес, инженер, етештереү эше, фән һәм сәнғәт) эшләгән кешеләрҙең тарихтары. Һәр серияла тамашасы хеҙмәт һәм уңыш тарихы менән таныша, ғәҙәти һөнәрҙәр тураһында асыштар яһай. Традицион сериалдарҙан айырмалы рәүештә, “Киләсәккә билет” йәштәргә файҙа килтерә, профессияға үҙ һөнәренә мөкиббән уңышлы кешеләр күҙлегенән ҡарай.

“Киләсәккә билет” проекты “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Фото – БР Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте.

 
Сериал аша – уҡыусыларға һөнәри йүнәлеш биреү
Сериал аша – уҡыусыларға һөнәри йүнәлеш биреү
Автор:
Читайте нас: