+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Июль 2022, 17:15

Балалар башҡорт мөхите менән таныша

3 июлдә Башҡортостан тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса профилле лагерь эш башланы.  #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

Балалар башҡорт мөхите менән таныша
Балалар башҡорт мөхите менән таныша

3 июлдән 23-өнә тиклем Ейәнсура районының “Ал елкән” балалар сәләмәтләндереү лагерында республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы Башҡортостан тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса профилле смена ойошторҙо. Уның маҡсаты – Башҡортостан Республикаһы, Ҡурған, Силәбе, Ырымбур һәм Свердловск өлкәләренең 76 һәләтле балаһына Башҡортостан тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәтеү.

“Башҡортостан тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса профилле смена иң яҡшы педагогик традицияларҙы һәм яңы методикаларҙы берләштерә. Ул балаларҙың ялын ҡыҙыҡлы һәм файҙалы итеп уҙғарыуға булышлыҡ итәсәк”, - тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

Профилле смена һәләтле балаларҙы үҫтереү һәм уларға ярҙам итеү, уҡыусыларҙы башҡорт теленә, Башҡортостан тарихына һәм мәҙәниәтенә ылыҡтырыу, рухи ҡиммәттәр тәрбиәләү һәм уларға һаҡсыл мөнәсәбәттә булыу, шулай уҡ халыҡтар араһында мәҙәни һәм аң-белем таратыу бәйләнештәрен нығытыу маҡсатында уҙғарыла.  

Бындай саралар “Мәғариф” милли проекты (национальный проект "Образование") ҡуйған бурыстарҙы ғәмәлгә ашырыуға ла булышлыҡ итә. Белеүебеҙсә, был проект ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы раҫланды һәм тотош илебеҙҙә уңышлы тормошҡа ашырыла.

Сығанаҡ һәм фото: education.bashkortostan.ru

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас: