+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Июль 2022, 17:30

Көслө кадрҙар әҙерләү өсөн

Республика колледжында булдырылған оҫтаханалар йәштәргә һөнәри үҫешкә юл аса. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Көслө кадрҙар әҙерләү өсөн
Көслө кадрҙар әҙерләү өсөн

Учалы ҡалаһындағы тау сәнәғәте колледжында “Транспорт һәм логистика” йүнәлеше буйынса оҫтаханалар асылды. Улар  “Мәғариф” милли проектының “Йәш профессионалдар” федераль проектының “Һөнәри белем биреү ойошмаларының матди-техник базаһын заманса талаптарға ярашлы тәьмин итеү маҡсатында  дәүләт ярҙамы” сараларын тормошҡа ашырыу сиктәрендә булдырылды.

Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған заманса оҫтаханалар асыу төбәктә колледждар үҫеүенә ҙур этәргес. Тағы ла шуныһы мөһим, һөҙөмтәлә, урта һөнәри белем биреү ойошмалары һәм эш биреүселәр араһында үҙ-ара бәйләнеш нығый.

  • Колледждарҙың һәм беҙҙең предприятиеларҙың хеҙмәттәшлеге арҡаһында уҡыу йортон тамамлаусы йәштәрҙе эшкә урынлаштырыу мәсьәләһе лә хәл ителә. Урта һөнәри белем биреү системаһы менән производство интеграцияһы эш биреүсенең талаптарына ярашлы кадрҙар әҙерләүгә булышлыҡ итә, - тине Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

 “Еңел автомобилдәрҙе ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү”, “Йөк машинаһын хеҙмәтләндереү” компетенциялары буйынса оҫтаханалар асыу – квалификациялы, һорау менән файҙаланылған кадрҙар әҙерләү һәм төбәктең иҡтисад үҫеше өсөн мөһим шарт булып тора.  

 Оҫтаханалар студенттар менән дәрес уҙғарыу маҡсатында ғына түгел, “Йәш профессионалдар” төбәк чемпионаттарын һәм күрһәтеү имтихандарын ойоштороу, һөнәри йүнәлеш биреү сараларын үткәреү өсөн дә   файҙаланыласаҡ.

 Был инновацион проект квалификациялы кадрҙар әҙерләү өсөн шарттар менән тәьмин итеү, халыҡҡа белем биреү хеҙмәттәрен күрһәтеү, эш биреүселәрҙең заказдарын үтәү һәм селтәрле уҡытыу сиктәрендә республиканың башҡа белем биреү ойошмалары менән бәйләнештә эшләүҙә колледж ресурстарын файҙаланырға ярҙам итәсәк.

Бындай саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың  май указдарына ярашлы алып барыла һәм “Фән” милли проектын (национальный проект “Наука”) тормошҡа ашырырға ла булышлыҡ итә.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас: