+17 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Июль 2022, 11:09

2026 йылға 365 мәктәп ремонтланасаҡ

Башҡортостанда 2026 йылға тиклем 365 мәктәптә талап ителгән ремонт үтәсәк.

2026 йылға 365 мәктәп ремонтланасаҡ
2026 йылға 365 мәктәп ремонтланасаҡ

Бөтә был эштәрҙе башҡарыу  һәм ҡайтанан йыһазландырыуҙың хаҡы 5 миллиард һум тәшкил итә.

     Әлеге ваҡытта  63 мәктәптә ремонт эштәре бара. Уларҙа алып барылған эштәр 1 сентябргә тамамланып, мәктәптәр уҡыусыларҙы ҡабул итеүгә әҙер буласаҡ.

     Шулай уҡ, республика  ошо көндәрҙә Рәсәйҙең Мәғариф министрлығында өҫтәмә заявканы яҡлауға өлгәшә алды, был киләһе ике йыл дауамында 48070 бала белем алған 134 мәктәптә төплө ремонт эштәре атҡарырға мөмкинлек бирәсәк. Әйткәндәй, республика бюджетынан да мәктәптәрҙең биләмәләрен төҙөкләндереүгә  527 миллион һум аҡса йүнәлтеү ҡаралған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: