+23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Август 2022, 10:30

Алдынғы технологиялар файҙаланыла

Сарала ҡатнашыусылар машиналар эшләү кластеры, Өфө машиналар эшләү колледжы һөнәрҙәре менән танышты, интеллектуаль һынауҙарҙы үтте.

Алдынғы технологиялар файҙаланыла
Алдынғы технологиялар файҙаланыла

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республиканың Йылдам һөнәри әҙерлек үҙәгендә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының “Профессионалитет” федераль проектын танытыуға йүнәлтелгән PROGlobal квесы булды.

– “Профессионалитет” проекты Башҡортостан Республикаһында әүҙем тормошҡа ашырыла. Быйыл сентябрҙән Өфө машиналар эшләү колледжында машиналар эшләү тармағы өсөн кадрҙар әҙерләү буйынса кластер эшләй башлай. Урта һөнәри белем биреүгә ошо яңы ҡарашты һөҙөмтәле танытыу өсөн абитуриенттарға һөнәри йүнәлеш биргән ҡыҙыҡлы алдынғы технологияларҙы файҙаланырға кәрәк, – тине Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

Сарала ҡатнашыусылар машиналар эшләү кластеры, Өфө машиналар эшләү колледжы һөнәрҙәре менән танышты, интеллектуаль һынауҙарҙы үтте. Әйткәндәй, Өфө ҡалаһы, Ҡырмыҫҡалы районы уҡыусылары һәм Сахалин өлкәһенән ҡунаҡтар проектта ҡатнашыу теләген белдереп,  30 ғариза тапшырған.

Фото: contenta.info/press_releases/293667

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-08-02/u-yusylar-n-r-aylay-2895765

Автор:
Читайте нас: