-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Август 2022, 07:00

Республика август кәңәшмәһе

Бөгөн Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһе  үткәрелә. Уҡытыусылар кәңәшмәһенең төп темаһы  – «Глобаль (геосәйәси) саҡырыуҙар шарттарында берҙәм мәғариф киңлеге». #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Республика август кәңәшмәһе
Республика август кәңәшмәһе

Бөгөн Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһе  үткәрелә. Уҡытыусылар кәңәшмәһенең төп темаһы  – «Глобаль (геосәйәси) саҡырыуҙар шарттарында берҙәм мәғариф киңлеге».

Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, кәңәшмәлә дискуссия майҙансыҡтарының эше ҡаралған. Ҡатнашыусылар илһөйәрлек тәрбиәһе биреү, заманса мәктәптең берҙәм белем биреү киңлеге, мәктәпкәсә белем биреү, остазлыҡ институтын үҫтереү, белем биреү сифаты һәм функциональ грамоталылыҡ мәсьәләләрен тикшерә. Былар барыһы ла “Мәғариф”милли проектын тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итәсәк мәсьәләләр.

Форумдың пленар өлөшөндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, Рәсәй Мәғариф министрлығының һанлы трансформация һәм ҙур мәғлүмәттәр департаменты директоры Андрей Горобец, Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Азат Бадранов, республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, Луганск Халыҡ Республикаһының мәғариф һәм фән министры Иван Кусовтың ҡатнашыуы көтөлә.

Мәғариф буйынса август кәңәшмәһендә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты менән Луганск Халыҡ Республикаһының генерал-майор М.М.Шайморатов исемендәге 22-се мәктәбе араһында килешеүгә ҡул ҡуйыу, шулай уҡ Башҡортостандың иң яҡшы уҡытыусыларын бүләкләү тантанаһы була.

Август кәңәшмәһенең пленар ултырышы онлайн күрһәтелә. Сара көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: