Мәғариф
19 Августа 2022, 06:10

«Сириус. Йәй» программаһында ҡатнаш һәм проектыңды эшлә!

Был 7-11 класта уҡығандар һәм колледждың 1-2 курсы студенттары өсөн ҙур мөмкинлек.

Был проектта ҡатнашыусыларҙы нимә көтә?

 - ҡыҙыҡлы һәм төрлө мәсьәләләр өҫтөндә эшләү;

 - үҙеңде проект эшмәкәрлегендә һынап ҡарау;

 - хеҙмәт баҙарында кәрәкле, заманса белем алыу;

 - Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнашыу өсөн проекттар әҙерләү.

   https://vk.cc/cfOzHa  һылтанмаһы аша теркәлеп, ҡатнашырға була.

Әйткәндәй, Башҡортостанда «Сириус» федераль белем биреү үҙәге моделе буйынса «Аврора» үҙәге эшләй. Ул  республиканың  52 меңдән ашыу уҡыусыһын үҙ эсенә ала.

 

Ошо һылтанма аша инеп программа менән танышырға була:  https://disk.yandex.ru/d/VSpSyk0p8vWeZw

Автор:
Читайте нас