

Асҡар ауылында август башында ғына асылған “Малина” бөҙрәханаһы хеҙмәткәрҙәре мәрхәмәтлек акцияһы менән Рауил ауылындағы балалар йортонда булды.
Бөҙрәхана етәксеһе Сания Ғиззәтова менән парикмахер Мария Головачева “Ҡурай” ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәгендә тәрбиәләнгән балаларға үҙ хеҙмәттәрен тәҡдим итте. Парикмахерҙар икәүләп ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың тиҙ арала сәстәрен ҡырҡып, бына тигән прическалар яһаны. Тимәк, был йәһәттән Рауил балалар йорто тәрбиәләнеүселәре мәктәпкә барыуға әҙер.
Яңы уҡыу йылы алдынан шундай үҙенсәлекле бүләк яһаған һәм күстәнәстәр алып килгән апайҙарына рәхмәтле булып, эштәрендә уңыштар теләп ҡалды балалар.
–Был тәңгәлдә артабан да хеҙмәттәшлек дауам ителәсәк, –ти Санҙия Илһам ҡыҙы.
Изгелек ерҙә ятып ҡалмай, балаларҙың ҡыуанысы үҙегеҙгә меңләтә артып ҡайтһын ҡыҙҙар!