Мәктәп стоматологияларында педагогтар ҙа дауаланасаҡ
Республика йортонда үткән сираттағы “Сәләмәтлек сәғәте”ндә коронавирус һәм грипты иҫкәртеү мәсьәләләре менән бер рәттән төбәк мәктәптәрендә стоматология кабинеттары асыу мәсьәләләре тикшерелгән.
Бөгөн белем биреү учреждениеларында 202 стоматология кабинеты эшләй. 2019 йылдан башлап “Ҡанатлан” төбәк проекты сиктәрендә 68 заманса йыһазландырылған кабинет асылған, бөтәһе 175779 уҡыусы тикшерелгән.
Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин хәбәр итеүенсә, быйыл 12 яңы стоматология кабинеты эш башлаясаҡ, 2023 йылда 30 кабинет асыласаҡ тип күҙаллана.
Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса, мәктәп стоматологияларында педагогтар ҙа дауаланасаҡ. "Тәү сиратта стоматология кабинеттары белгестәр менән тәьмин ителергә тейеш, был проектты ауыл мәктәптәрендә лә тормошҡа ашырыу мөһим", - тине Радий Хәбиров.