Мәғариф
15 Сентября 2022, 11:10

"Киләсәккә билет" проекты тормошҡа ашырыла

Ул В. Путин ҡушыуы буйынса эшләнә.   #ВладимирПутин

19 сентябрҙә республикала «Киләсәккә билет - 2022» һөнәри йүнәлеш биреү проектының 2-се этабы башлана. Унда бөтә Башҡортостандан 19 меңдән ашыу уҡыусы, 6-11-се класс уҡыусылары ҡатнаша. Өфө һәм республика райондарынан 3316 бала «Рәсәй - Минең тарихым» тарихи паркында яңыртылған «Киләсәк лабораторияһы» күргәҙмә-практикумын ҡарай башлай.

Күргәҙмәлә балалар заманса хеҙмәт баҙары һәм профессиональ белем биреү системаһы ҡоролошо менән танышасаҡ. Улар симуляторҙар һәм мультимедия технологиялары ярҙамында уйын һәм танып белеү форматында үҙҙәре өсөн 400-ҙән ашыу һөнәр асырға мөмкин. Балаларҙы 143 педагог - навигатор оҙатасаҡ. Бынан тыш, республика колледждарында уҡыусылар өсөн һөнәри һынауҙар үткәрелә. Һөнәр һайлауҙа ярҙам алыусылар араһында - 400-ҙән ашыу сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән бала. Салауат белем биреү һәм профессиональ технологиялар колледжы һәм Өфө статистика һәм иҫәпләү техникаһы колледжы улар өсөн терәк майҙансыҡ буласаҡ.

«Киләсәккә билет» проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса илдең 85 төбәгендә тормошҡа ашырыла һәм «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған «Һәр баланың уңышы» федераль проектының паспортына инә. Унда ҡатнашыу балалар һәм ата-әсәләр өсөн бушлай. Башҡортостан проектҡа йәлеп ителгән уҡыусылар һаны буйынса илдең башҡа төбәктәре араһында алдынғы урынды биләй.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас