Мәғариф
15 Сентября 2022, 05:05

Районда ете мәктәптә "Үҫеш нөктәһе" асылды

"Мәғариф" милли проекты ярҙамында 2019 йылдан алып районда ошондай 17 үҙәк барлыҡҡа килде. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Районда ете мәктәптә "Үҫеш нөктәһе" асылдыРайонда ете мәктәптә "Үҫеш нөктәһе" асылды
Районда ете мәктәптә "Үҫеш нөктәһе" асылды

“Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” төбәк проекты сиктәрендә булдырылған “Үҫеү нөктәһе” яңы уҡыу йылында тағы ете мәктәптә асылды. Хәлил, Рәхмәт, Михайловка, Әбделмәмбәт,  Йәнгел, Дәүләт һәм Ҡаҙмаш мәктәптәрендә заманса йыһазландырылған үҙәкте асыу тантанаһы уҙҙы. Улар тәбиғи-фәнни һәм технологик йүнәлештә эшләйәсәк.

Хәлил урта мәктәбендә “Үҫеү нөктәһе” үҙәген асыу тантанаһында белем усағының директоры Э. И. Әлибаева уҡыусыларҙы һәм педагогик коллективты иҫтәлекле ваҡиға уңайынан тәбрикләне.

  — Быйылғы уҡыу йылында беҙҙең мәктәптә “Үҫеү нөктәһе” үҙәге асыла, тимәк уҡыусыларыбыҙға физика, химия, биология фәндәре буйынса төплө белем алырға, ғилми-тикшеренеү эштәре уҙғарырға бөтә шарттар буласаҡ. Хәҙер робототехника менән үҙебеҙҙең мәктәптә шөғөлләнергә, был өлкәлә үҫешергә, һәләттәрҙе күрһәтергә мөмкин, — тине Эльза Илдар ҡыҙы. — Алға ҡуйылған аныҡ бурыстарҙы үтәү өсөн барыбыҙға ла тырышып эшләргә ҡала.

  Тантаналы линейкала ҡатнашҡан район мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Г. Ә. Рәхимова “Үҫеү нөктәһе”нең ысынлап та, үҫешкә юл асыуын теләне һәм сертификат бүләк итте.

 — Нимә ул проект? Ул берәй маҡсатты билдәле ваҡыт эсендә тормошҡа ашырыу буйынса алып барылған эшмәкәрлек. Уның мотлаҡ һөҙөмтәһе булырға тейеш. “Мәғариф” милли проекты ла мәктәптәрҙе заманса йыһазландырыу, ныҡлы белем биреү талаптарын күҙ уңында тотоп, ауыл мәктәптәренә һанлы лабораториялар, тәжрибәләр уҙғарыу өсөн ҡорамалдар, роботехника, квадрокоптерҙар менән тәьмин итә. Ни өсөн? Уҡыусылар химия, биология һәм физиканы тәрәндән өйрәнһен, ошо фәндәр менән ҡыҙыҡһынып, киләсәктә ошо тармаҡтарҙағы һөнәрҙәр һайлаһындар өсөн. Илебеҙҙә ғалимдар, медицина белгестәре, химиктар, физиктарға ҡытлыҡ, — тип уҡыусыларға өндәште Гөлдәр Әхмәҙулла ҡыҙы. — Ҡатмарлы фәндәр еңелерәк үҙләштерелһен өсөн һеҙгә шундай мөмкинлек бирелә. Һеҙгә тырышып уҡырға, өлгәш сифатын күтәрергә, олимпиадаларҙа күберәк призлы урындар яуларға кәрәк. Уҡытыусыларға ла квалификацияларын даими күтәреү, белемдәрен камиллаштырыу мөһим. Киләсәктә Хәлил мәктәбенең уңыш-ҡаҙаныштарын ишетербеҙ, уның данын арттырыуға бөгөнгө уҡыусылар үҙ өлөшөн индерер тип өмөтләнәм.

  Хәлил биләмәһе башлығы А. Б. Хәйбуллин да “Үҫеү нөктәһе” кабинеты асылыу уңайынан ҡотлап, уҡыусыларға ҡорамалдарҙы һаҡсыл тотоноу, мөмкинлектәрҙе файҙаланып яҡшы уҡыу кәрәклеген билдәләне.

  Ал таҫманы ҡырҡҡандан һуң уҡыусылар һәм уҡытыусылар “Үҫеү нөктәһе” кабинетына үтте. Химия, биология, физика буйынса һанлы лабораториялар, робототехника өсөн ҡорамалдар һәм материалдар килгән, кабинетта тейешле талаптарға ярашлы ремонт  үткәрелгән, йыһазландырылған.

   Үҙәктә белем бирәсәк химия һәм биология уҡытыусыһы Зилә Батыр ҡыҙы Шаһивәлиева менән математика һәм информатика уҡытыусыһы Миңзифа Айбулат ҡыҙы Мохтарова квалификацияларын күтәргән. 10-сы класс уҡыусылары ҡунаҡтар алдында датчиктар, химик реактивтар ярҙамында тәжрибәләр үткәрҙе, робототехника комплектын файҙаланып эшләнгән роботты йөрөтөп күрһәтте. 

 

 

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас