Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Сентябрь , 17:15

«Киләсәккә билет» ал!

19 сентябрҙән республикала  «Киләсәккә билет - 2022» һөнәри йүнәлеш биреү проектының икенсе этабы башланды,дүртенсе йыл тормошҡа ашырылған проектта  19 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнаша.

«Киләсәккә билет» ал!
«Киләсәккә билет» ал!

19 сентябрҙән республикала  «Киләсәккә билет - 2022» һөнәри йүнәлеш биреү проектының икенсе этабы башланды,дүртенсе йыл тормошҡа ашырылған проектта  VI – XI кластан 19 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашасаҡ. «Киләсәккә билет » проекты уҡыусыларға буласаҡ һөнәрен һайлауҙа ҙур ярҙам. Өфө һәм республика райондарынан  2816 уҡыусы һөнәри белем биреү ойошмаларында һөнәрҙәр менән танышасаҡ, 3316 бала «Рәсәй – Минең тарихым» тарихи паркында яңыртылған «Киләсәк лабораторияһы» күргәҙмә-практикумын ҡарауҙан башлаясаҡ.

Күргәҙмәлә балалар заманса хеҙмәт баҙары һәм профессиональ белем биреү системаһы ҡоролошо менән танышасаҡ. Улар симуляторҙар һәм мультимедия технологиялары ярҙамында уйын һәм танып белеү форматында үҙҙәре өсөн 400-ҙән ашыу һөнәр асасаҡ.. Балаларҙы 143 педагог - навигатор оҙатып барасаҡ. Бынан тыш, республика колледждарында уҡыусылар өсөн һөнәри һынауҙар үткәрелә.

«Киләсәккә билет» проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса илдең 85 төбәгендә тормошҡа ашырыла. Унда ҡатнашыу балалар һәм ата-әсәләр өсөн бушлай. Башҡортостан проектҡа йәлеп ителгән уҡыусылар һаны буйынса илдең башҡа төбәктәре араһында алдынғы урынды биләй.

Фото:"Башинформ".

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас в