Мәғариф
30 Сентября 2022, 14:05

Федераль проект сиктәрендә түләүһеҙ уҡыуҙар

Туймазы педагогия колледжы “Демография” милли проектының ”Мәшғүллеккә булышлыҡ” федераль проекты сиктәрендә түләүһеҙ уҡыуҙарға саҡыра.

#нацпроекты#регпроекты#национальныепроектыБашкортостан#

Туймазы педагогия колледжы “Демография” милли проектының ”Мәшғүллеккә булышлыҡ” федераль проекты сиктәрендә түләүһеҙ уҡыуҙарға саҡыра.

 “Репетиторлыҡ” квалификация күтәреү өҫтәмә һөнәри программаһы буйынса уҡыуҙар 1 октябрҙә  башлана. Программа “Башланғыс синыфтарҙа белем биреү” компетенцияһы буйынса   Ворлдскиллс стандарттарын иҫәпкә алып төҙөлгән, тип хәбәр итә Туймазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Уҡыу өсөн урта һөнәри йәки юғары белеме булғандар саҡырыла.

Уҡыуҙарға кемдәр ҡабул ителә?

  • 50 йәшлек йәки унан өлкән йәштәгеләр, пенсия алдындағы йәштәгеләр;
  • өс йәшкә тиклем бала менән декрет ялында ултырған ҡатын-ҡыҙҙар;
  • мәшғүллек үҙәгендә иҫәптә торған эшһеҙ граждандар;
  • эшһеҙ ҡалыу ҡурҡынысы янаған граждандар.

Уҡыу өсөн ғаризаны “Рәсәйҙә эш” сайтында  ошо һылтанма буйынса тапшырырға була: https://vk.cc/aAZcfl

Уҡыу урыны: Туймазы педагогия колледжы (https://trudvsem.ru/educational-programs?_title=%F0%E5%EF%E5%F2 ).

Фото – Туймазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

https://bashkizi.ru/news/milli-proekttar/2022-09-29/t-l-e-belem-al-2970780?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=37933420 

Автор:
Читайте нас