Мәғариф
3 Октября 2022, 12:35

25 йәш уҡытыусыға 690-шар мең һум аҡса

Быйылғы грант эйәләре иҫәбендә Яңы Балапан урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Мөхәмәт ҡыҙы Зәйтүнова ла бар.

25 йәш уҡытыусыға 690-шар мең һум аҡса25 йәш уҡытыусыға 690-шар мең һум аҡса
25 йәш уҡытыусыға 690-шар мең һум аҡса

Башҡортостанда ауыл мәктәптәренән 25 йәш уҡытыусыға 690 мең һум күләмендә грант ярҙамы күрһәтелә.

 Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында хөкүмәттең ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусыларға гранттар биреү тураһында тейешле ҡарары баҫылды. Республика Башлығы Р. Ф. Хәбиров “Башҡортостан Республикаһында ауыл ерендә эшләүсе йәш уҡытыусыларға гранттар тураһында”ғы указға индергән үҙгәрештәргә ярашлы, ағымдағы йылдан башлап артабан йыл һайын 25 йәш уҡытыусыға 690-шар мең һум күләмендә грант тапшырыласаҡ. Конкурста ауыл ерлегендә тулы ставкаға эшләгән 35 йәшкә тиклемге  педагогтар ҡатнашыу хоҡуғына эйә.

Быйылғы грант эйәләре иҫәбендә Яңы Балапан урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Мөхәмәт ҡыҙы Зәйтүнова ла бар.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас