Мәғариф
12 Октября 2022, 10:15

Мәктәптәргә - авторбустар

Башҡортостандың 20 мәктәбенә яңы автобустар бирелде. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин мәктәп директорҙарына автобус асҡысы тапшырҙы.

Әле республикабыҙҙа 1465 мәктәп автобусы иҫәпләнә, улар 50 меңдән ашыу баланы 872 маршрут буйынса мәктәптәргә ташый. Техниа һаны йылдан-йыл арта бара. Ошо рәүешле беҙ балаларҙы йөрөтөү шарттарын камиллаштырып ҡына ҡалмайбыҙ, сифатты һәм хәүефһеҙлекте лә тәьмин итәбеҙ. Матди-техник базаны артабан нығытыуға киләсәктә лә ҙур көс һаласаҡбыҙ, - тине Максим Забелин.

Шулай итеп, балаларҙы йөрөтөүгә махсуслашҡан 20 автобус республиканың 15 районына – Әлшәй, Архангель, Асҡын, Баймаҡ, Балаҡатай, Благовещен, Белорет, Бүздәк , Бөрйән, Ғафури, Йәрмәкәй, Иглин, Ҡалтасы һәм башҡа төбәктәргә юлланды.   

ГАЗ маркалы яңы автобустар 18 урынға иҫәпләнгән һәм хеүефһеҙлектең барлыҡ талаптарына яуап бирә, улар ГЛОНАСС/GPS заманса спутник навигацияһы системаһы, тахограф, өҫтәмә автономлы йылытҡыс, хәүефһеҙлек ҡайыштары менән йыһазландырылған.

Фото: Башинформ.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас