Мәғариф
13 Октября 2022, 07:20

«Мәктәп туризмы» уҡыусылар өсөн яңы ер-һыуҙар аса

Проект V-IX кластарға ҡағыла. Балалар өсөн бушлай ойошторолған сәйәхәттәрҙә йәш яҡташтарыбыҙ ҙа аң-белем кимәлен үҫтереп, рухтарын байытып, онотолмаҫ тәьҫораттар алып йөрөп ҡайтты.

Добавить в предпочтительные источники Google

Ағымдағы йылдан Рәсәйҙә башланғыс алған «Мәктәп туризмы» пилот проектында ҡатнашыусы 18 төбәк араһында Башҡортостан да бар.  2024 йылға тиклем ил Хөкүмәте «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты буйынса мәктәп уҡыусыларының сәйәхәтен ойоштороуға 3,5 миллиард һум аҡса йүнәлтергә ниәтләй. 2022 йылға был маҡсатта федераль ҡаҙнанан 500 миллион һум аҡса ҡаралған. Шул иҫәптән Башҡортостан 55,5 миллион һум алһа, быға өҫтәп республика ҡаҙнаһынан тағы ла 22,2 миллион һум аҡса бүленгән.

«Мәктәп туризмы» проекты V-IX кластарға ҡағыла. Шулай итеп, сәйәхәттәр балалар өсөн бушлай. Бында йәшәү, ҡайнар аш менән туҡланыу, юл сығымдары, экскурсиялар, гид һәм экскурсоводтар хеҙмәте, төрлө урындарға инеү өсөн билеттар һәм страховка инә. Әйткәндәй, экскурсия оҙайлығы бер тәүлектән дә кәм түгел.

Уҡыу йылы башланыу менән яңы проект тормошҡа ашырыла башланы ла инде. Уның буйынса 11,1 мең уҡыусы 2022 йылдың аҙағына тиклем республика биләмәһе буйлап турҙарға сыға. Башҡортостан уҡыусыларының берҙәм федераль реестрға ингән республика туроператорҙары тәҡдим иткән маршруттар буйынса Нуриман, Благовещен, Миәкә, Салауат райондарында булып,  «Святые Кустики» ир-егеттәр монастырына, Павловка һыуһаҡлағысына, Красный ключ сығанағына һәм башҡа күркәм урындарға сәйәхәт ҡылыуы тураһында төбәк Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһе аша хәбәрҙарһығыҙҙыр, моғайын.

Ә беҙҙең район уҡыусыларына, шул иҫәптән бөтә Урал аръяғы райондары балаларына «Урал-Тенгри» туристик фирмаһы үҙебеҙҙең төбәктең хозур урындары буйлап сәйәхәт әҙерләне. Шулай итеп, сентябрь дауамында Таһир Кусимов исемендәге гимназиянан, 1-се Асҡар, Сиҙәм, Ташбулат, Күсем, Таштимер урта мәктәптәренән 158 уҡыусы «Урал аръяғына сәйәхәт» программаһы буйынса ял итте. Әйтергә кәрәк, путевкалар һаны сикле булғанға күрә, һәр мәктәп кемдәрҙе бушлай ял менән бүләкләүҙе үҙенсә ғәҙел хәл итте. Мәҫәлән, гимназиянан турҙа ҡатнашыу хоҡуғы юнармиясыларға, кадет һәм шайморатовсылар кластары уҡыусылары бирелһә, 1-се мәктәптән уҡыу алдынғылары лайыҡлы тип табылды, ә таштимерҙәр мәктәп яны баҡсаһында ең һыҙғанып эшләгән иң тырыш уҡыусыларын ебәрҙе. Сәфәр өсөн ҡулай көндө һәр мәктәп үҙе һайланы. Балалар уңайлы автобустарҙа туроператор координаторы һәм мәктәптән вәкилдәр оҙатыуында юлға сыҡты.

Сибай ҡалаһына йүнәлеш тотҡан маршрутта тәүге туҡталыш Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһы булған тарихи Темәс ауылында яһалды. Бында ауыл буйлап экскурсия уҙғарылды, мәҙәни үҙәктә балалар «Бородинонан Парижғаса», «Ҡаһарманлыҡҡа йөрәгем менән ҡағылам: Александр Матросов», башҡорт милли кейеме темаларына күргәҙмәләр менән танышты.

Көҙгө тәбиғәт, мәғрүр Ирәндек күренештәренә тамаша ҡылып юлдарын дауам иткән йәш туристарҙы киләһе туҡталыш Талҡаҫ күлендә көтә ине. Йәнгә генә түгел, тәнгә лә сихәт биргән урындарҙа күл буйҙарын байҡау, Ирәндеккә күтәрелелеүҙән тыш уҡыусылар шифаханаға ла экскурсия ҡылды, дауалау һәм ял итеү корпустарын ҡараны, бында улар өсөн тәмле, туҡлыҡлы төшкө аш та әҙерләнгәйне.

Сибай ҡалаһында тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында, батут үҙәгендә булғандан һуң балалар өс йондоҙло «Алтын-Ай» ҡунаҡханаһына урынлаштырылды. Уңайлы ял өсөн зауыҡлы ике урынлыҡ номерҙар әҙерләнгәйне.  Киске һәм иртәнге аштар менән дә ҡунаҡханала һыйландылар.

Сәйәхәттең икенсе көнө лә ваҡиғаларға бай булды. Урал аръяғының таш ҡырҡыу оҫталары һәм уларҙың эштәре менән танышыу, кинотеатрҙа булыу, Сибай ҡалаһының иҫтәлекле урындарын күреү балалар хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр.

«Мәктәп туризмы» уҡыусылар өсөн яңы ер-һыуҙар аса
«Мәктәп туризмы» уҡыусылар өсөн яңы ер-һыуҙар аса
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас