Мәғариф
22 Октября 2022, 09:05

Программа киләһе йылда ла дауам итәсәк

Дөйөм алғанда милли проект буйынса 138 меңдән ашыу кешене уҡытыу ҡаралған. Был маҡсатҡа 8,3 миллиард һум аҡса бүленә, тип хәбәр итә БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Демография” милли проектының “Мәшғүллеккә булышлыҡ” федераль проекты сиктәрендә хеҙмәт баҙарында һорау менән файҙаланылған йүнәлештәр буйынса түләүһеҙ белем алыу программаһы 2023 йылда ла дауам итә. Дөйөм алғанда милли проект буйынса 138 меңдән ашыу кешене уҡытыу ҡаралған. Был маҡсатҡа 8,3 миллиард һум аҡса бүленә, тип хәбәр итә БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

– Граждандарға хеҙмәт баҙарында һорау менән файҙаланылған йүнәлештәр буйынса түләүһеҙ белем биреү мәшғүллеккә булышлыҡ итеүҙә һөҙөмтәле икәнен күрһәтте. Уҡый башлағанда уҡ кеше курстарҙы тамамлағандан һуң ҡайҙа эшләйәсәген аңлай, – тип билдәләй Антон Котяков.

Был программала 50 йәшлек һәм унан өлкән, пенсия алды йәшендәге граждандар, декрет ялындағы ҡатындар, эшләмәгән һәм мәктәпкәсә йәштәге балаһы булған ҡатын-ҡыҙҙар, мәшғүллек үҙәгендә теркәлгән эшһеҙҙәр, эшһеҙ ҡалыу ҡурҡынысы янаған хеҙмәткәрҙәр һ.б. ҡатнаша ала.

Фото – БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

https://bashkizi.ru/news/milli-proekttar/2022-10-17/programma-o-aytyla-2991357 

Автор:
Читайте нас