Мәғариф
4 Ноября 2022, 01:00

«Мәктәп туризмы» пилотлы проекты уңышлы старт алды

Башҡортостанда «Мәктәп туризмы» пилотлы проекты сентябрҙә старт алғайны. Ошо ваҡыт эсендә 5 мең 500 уҡыусы республикабыҙҙың төрлө иҫтәлекле урынында сәйәхәттә булырға өлгөргән.   #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google

Башҡортостанда “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты нигеҙендә бойомға ашырылған «Мәктәп туризмы» пилотлы проекты сентябрҙә старт алғайны. Ошо ваҡыт эсендә 5 мең 500 уҡыусы республикабыҙҙың төрлө иҫтәлекле урынында сәйәхәттә булырға өлгөргән.  

Проект төбәк өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки балалар үҙенең тыуған төйәген яҡындан белеү һәм нимәлер асыу өсөн мөмкинлек ала. Сәйәхәт бушлай ойошторола, республиканың бөтә муниципалитеттарындағы V – IX класс уҡыусылары  ҡатнаша ала.

Программала республиканың 7 тур операторы ҡатнаша, улар транспорт, ҡайнар аш һәм уҡыусыларҙың йәшәүен тәьмин итә. Шулай уҡ турға страховка, хәүефһеҙлек сараһы, мәҙәни-танып белеү экскурсиялары ла инә.

Әбйәлил уҡыусылары “Урал аръяғына сәйәхәт” программаһы буйынса ял итеп, Сибай ҡалаһының иҫтәлекле урындарында булып, мәғрүр Ирәндек тауына күтәрелеп, Талҡаҫ матурлығына һоҡланып ҡайтты.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас