Мәғариф
7 Ноября 2022, 09:44

Ҡулы эш белгән хур булмаҫ

Һигеҙенсе синыф уҡыусылары, Туймазы индустриаль колледжына барып, иретеп йәбештереүсе, электромонтажсы, станок операторы, бухгалтер һөнәрҙәре менән танышты.

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

– Һеҙ – буласаҡ ғаилә башлыҡтары. Ғаиләгеҙ етешлектә йәшәһен өсөн  нимә эшләргә кәрәк икәнен әленән уйлай башларға тейешһегеҙ. Бының өсөн кәрәкле һөнәр алырға кәрәк. Беҙҙең уҡыу йортонда алған белем һеҙгә ярҙам итер, – тине балаларға колледж директоры Олег Ғайсин.

Бында тәҡдим ителгән һөнәрҙәр – көслө кешеләр өсөн, уның ҡарауы, был һөнәрҙәргә эйә булғандар тиҙ аяҡҡа баҫып китә, ти директор.

Балалар төрлө эш ҡоралдары менән танышты, уларҙы  тотоп, эшләтеп тә ҡараны, тип хәбәр итә Туймазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Бында етештереү базаһы яҡшы. Үткән йылда WorldSkills стандарттары буйынса иретеп йәбештереүгә өйрәтеү майҙансығы булдырылған, быйыл электротехникаға өйрәтеү майҙансығы ла ошо кимәлгә еткерелгән. Быға колледж ярты миллион һум аҡса түккән. Уҡыусылар үҙҙәрен электромонтажсы ролендә һынап ҡарай, иретеп йәбештереү тренажерҙарында һәм ысын аппараттарҙа ла эшләй, станоктар эше менән таныша.

Һөнәрҙәр менән танышыу “Мәғариф” милли проекты бурыстарына ярашлы тормошҡа ашырылған “Киләсәккә билет” проекты сиктәрендә үтә.

Фото – Туймазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:
Читайте нас