Мәғариф
10 Ноября 2022, 05:15

Яңы дәрес индерелә

Уҡыусылар хәрби әҙерлек курсын өйрәнәсәк

2023 йылдың 1 сентябренән илебеҙ мәктәптәрендә башланғыс хәрби әҙерлек курсы индерелә, тип хәбәр итә ТАСС мәғариф министры Сергей Кравцовҡа һылтанма менән.

«Мәктәптәрҙә ул киләһе йылдан башлана, 1 ғинуарға тиклем курсты әҙерләүҙе тамамларға тейештәр, һуңынан уға һынау үткәрелә», – тип министрҙың һүҙҙәрен еткерҙе ТАСС.

Башланғыс хәрби әҙерлек курсын урта дөйөм белем биреүҙең мотлаҡ программаһына индерергә тигән тәҡдим менән «Ғәҙел Рәсәй — дөрөҫлөк өсөн» партияһы лидеры Сергей Миронов сығыш яһаған.

Автор:
Читайте нас