Мәғариф
17 Ноября 2022, 10:00

«Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» программаһы буйынса уҡытыу ойошторолған

Туймазы педагогия колледжында  "Демография" милли проектының «Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» программаһы буйынса курстар ойошторолған. #национальныепроекты#нацпроекты#нацпроектыБашкортостан

Унда уҡығандар өҫтәмә профессиональ белем биреү программаһы аша курстар үтеп «Репетиторлыҡ» квалификацияһын аласаҡ.

 «Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» федераль проекты сиктәрендә декрет ялындағы ҡатын-ҡыҙҙар, шулай уҡ юғары йәки урта һөнәри белемле 50 йәштән өлкән граждандар бушлай уҡый ала. Дәрестәр колледждың уҡытыу  оҫтаханаһында «Башланғыс кластарҙа уҡытыу» компетенцияһы буйынса алып барыла.

      Бөтә өҫтәмә һөнәри белем биреү программаһы 144 сәғәткә иҫәпләнгән. Уның буйынса белем алыусылар һөнәри күнекмәләр һәм эшкә урынлашыу, үҙмәшғүл йәки шәхси эшҡыуар булараҡ формалашыу мөмкинлеге аласаҡ.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас