+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Ноябрь 2022, 14:35

Остаздарым, йылы һүҙем һеҙгә йөрәк түренән...

1-се һанлы Асҡар урта мәктәбенең мәртәбәле юбилейы уңайынан коллегаларым, дөрөҫөрәге, үҙемдең ҡәҙерле остаздарым, уҡытыусыларым менән һөйләшеп алыу бәхете тейҙе. Күптән осрашып аралашҡан юҡ икән — һөйләшеп һүҙебеҙ бөтмәй. Хәтирәләр ҡапсығын бер асыуың ғына көс. Мәктәп тормошо менән бәйле әллә күпме яҡты хәтирәләр, күңелле ваҡиғалар иҫкә төшә. Көлөшөп тә, бер аҙ һағышланып та алабыҙ шул арала. Ошо аралашыуҙан шуны аңланым: беҙҙең мәктәптә әсә теленә ҡарата ихтирам һәм һөйөү ал-ял белмәй хеҙмәт итеүсе уҡытыусыларыбыҙҙан килә.

Остаздарым, йылы һүҙем һеҙгә йөрәк түренән...
Остаздарым, йылы һүҙем һеҙгә йөрәк түренән...

1-се һанлы Асҡар урта мәктәбенең мәртәбәле юбилейы уңайынан коллегаларым, дөрөҫөрәге, үҙемдең ҡәҙерле остаздарым, уҡытыусыларым менән һөйләшеп алыу бәхете тейҙе. Күптән осрашып аралашҡан юҡ икән — һөйләшеп һүҙебеҙ бөтмәй. Хәтирәләр ҡапсығын бер асыуың ғына көс. Мәктәп тормошо менән бәйле әллә күпме яҡты хәтирәләр, күңелле ваҡиғалар иҫкә төшә. Көлөшөп тә, бер аҙ һағышланып та алабыҙ шул арала. Ошо аралашыуҙан шуны аңланым: беҙҙең мәктәптә әсә теленә ҡарата ихтирам һәм һөйөү ал-ял белмәй хеҙмәт итеүсе уҡытыусыларыбыҙҙан килә.

Туған тел һағында тороу — иң яуаплы эш икәнен тел уҡытыусыһы тәрән аңлай. Заман да ҡатмарлы — аҙым һайын үҙ һынауҙарын ебәреп кенә тора. Шуға ҡарамаҫтан, балаларҙа телгә ҡарата һөйөү, ихтирам, илһөйәрлек тәрбиәләй алған улар. Уларҙың һәр дәресе — тормош һабағы, тормош тәжрибәһе, ҙур мәктәп.

«Асҡар урта мәктәбенә 1975 йылда эшкә килдем. Башта пионер ойошмаһында — вожатый, һуңғараҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй башланым. Тел уҡытыусыһының эше баштан ашҡан: инструменталь, вокаль ансамбль ойоштороу, уны һәр байрам һайын сәхнәгә сығарыу, түңәрәктәр эше һ.б. Иң хәтерҙә уйылып ҡалғаны, әлбиттә, эксперименталь класс асыу. Беренсе кластан алып 11-се класҡа тиклеп класс етәксеһе булараҡ  етәкселек итеү яҡшы һөҙөмтәләр бирмәй ҡалманы. Бөтәһе лә тормошта үҙ урынын табып, гөрләтеп йәшәй», — тип ҡыуанысы менән бүлешә Дәлилә Фуат ҡыҙы  Сафиуллина. Талымһыҙ хеҙмәте өсөн БР Мәғариф отличнигы исеменә лайыҡ була ул. Тағы ла бихисап район, республика кимәлендә уның хеҙмәте юғары билдәләнә.

Үҙ һөнәренең мәртәбәһен һәм абруйын арттырып, ал-ял белмәй эшләгән уҡытыусы булып күҙ алдына баҫа Мәүлиҙә Фауариз ҡыҙы Сабитова. Уҡытыусы һөнәренең оҫтаһы булараҡ юғары уңыштарға өлгәшкән Мәүлиҙә Фауариз ҡыҙы менән хаҡлы ғорурланабыҙ. Эшләү дәүерендә әллә күпме класс сығарыу еңелдән булмағандыр. Шул уҡ ваҡытта ентекле әҙерлек менән үткән төплө дәрестәр беҙгә барыбыҙға ла үрнәк булып торҙо. Мәүлиҙә Фауариз ҡыҙы башлап ебәргән матур уҡытыусылыҡ традицияларын әле лә дауам итергә тырышабыҙ. Профессиональ бәйгеләрҙә ал бирмәгән маҡтаулы остазыбыҙ кәңәштәрен тотоп, уныңса ғына һабаҡтар бирергә тырышабыҙ. Мәүлиҙә Фауариз ҡыҙының дәрес өлгөләре республика кимәлендә юғары баһаға, БР мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булды.

Тынғыһыҙ, эш тип янып торған, ғүмеренең байтаҡ өлөшөн балаларға тәрбиә биреүгә, телгә һөйөү уятыуға бағышлаған Зилә Рәхимйән ҡыҙы Ҡусҡарова хаҡында тик йылы һүҙҙәр генә әйтер инем. Алдынғы технологияларға ҡоролған заманса дәрестәр, тәрән йөкмәткеле кластан тыш саралар, профессиональ конкурстар — былар барыһы ла юғары баһаланды. Зилә Рәхимйән ҡыҙы — БР Мәғариф отличнигы. Ул Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Мәғариф министрлыҡтарының Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.

Уҡытыусыға ғына хас барлыҡ матур сифаттарҙы үҙенә йыйған Мәфтуха Шәрифйән ҡыҙы Вәлиуллина беҙҙең мәктәптә оҙайлы хеҙмәт юлын үтте. Ошо дәүерҙә, һүҙҙең ысын мәғәнәһендә, юғары профессиональ һәләткә эйә булыуын иҫбатланы. Эшенә бар күңелен һалып, йөҙөп йөрөп эшләне ул. Һәр саҡ алсаҡ, позитив уҡытыусы булараҡ хәтерҙә уйылып ҡалған. Караптың ышаныслы капитаны кеүек  үҙ дәрестәрен юғары кимәлдә ойоштороуға өлгәшкән остазыбыҙ булды ул. Мәфтуха Шәрифйән ҡыҙы балалар күңелендә ғәҙеллекккә, инсафлыҡҡа, тырыш хеҙмәткә һәм тағы әллә күпме яҡшы ғәмәлдәргә орлоҡ һала белде. Район һәм республика кимәлендә ойошторған саралары юғары баһаланды. М. Ш. Вәлиуллина район мәғариф бүлегенең, район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Хаҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан, республика кимәлендә ойошторолған «Замандаш» проектында ҡатнашып, БР Президенты ҡулынан Маҡтау ҡағыҙы, Рәхмәт хаттары алыуға өлгәште. Шундай тынғыһыҙ остазыбыҙ менән ғорурланабыҙ.

Һәр баланы белем тауҙарына әйҙәүсе, тормош юлында юғалып ҡалмай, үҙ һуҡмағын табырға өйрәтеүсе Венера Зиннур ҡыҙы Бүләкбаева донъялағы иң ғәҙел, иң сабыр уҡытыусыларҙың береһе. Уның белем биреү өлкәһендә күрһәткән хеҙмәте, үҙ эшенә яуаплы ҡарашы айырыуса ихтирамға лайыҡ. «Урал батыр» эпосын сәхнәләштереү, «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурстарын Венера Зиннур ҡыҙынан башҡа күҙ алдына баҫтырыу мөмкин түгел. Эшләү дәүерендә арымай-талмай, бөтә эште күңел һалып башҡарыуы беҙгә өлгө булып торҙо. Уның мәғариф өлкәһендә күрһәткән ҡаҙаныштары мәктәп администрацияһы, мәғариф бүлеге Маҡтау ҡағыҙҙары менән хаҡлы билдәләнде.

Мәктәбебеҙ тарихында туған телгә өйрәтеү өлкәһендә эшләгән һәм хаҡлы ялға сыҡҡан оло быуын уҡытыусыларын да телгә алып китер инем. Тәнзилә Ғәфүр ҡыҙы Мәхмүтова, Зәйтүнә Ғөбәйҙулла ҡыҙы Рыҫҡолова, Хәнифә Ниғмәт ҡыҙы Төркмәнова, Шәрифә ???Миҙхәт ҡыҙы Хәмзина, Фәүзиә Сәлих ҡыҙы Ярова, Зөһрә Усман ҡыҙы Усманова, Фәриҙә Зиннур ҡыҙы Ғөбәйҙуллина — туған телебеҙ һағында арыу белмәй хеҙмәт иткән һәм хаҡлы ялға киткән уҡытыусыларыбыҙ. Һеҙҙең һалған традицияларығыҙ беҙҙең өсөн этәргес көс булып тора. Һеҙҙең ышанысығыҙҙы аҡларға, һеҙ һалған һуҡмаҡтан тайпылмайса, тура барырға тырышабыҙ. Юғары категориялы уҡытыусыбыҙ Харисова Рита Сәлимйән ҡыҙы, Ғәлләмова Зиниә Раил ҡыҙы, Абдрахманова Лира Сәлимйән ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып бара. Йыл да үткән иншалар, шиғыр һөйләүселәр бәйгеһендә, төбәк олимпиадаларҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа уларҙың уҡыусылары юғары һөҙөмтәләргә ирешә. Рита Сәлимйән ҡыҙы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Рәсәй Федерацияһының Почетлы мәғариф хеҙмәткәре, Зиниә Раил ҡыҙы Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы исеменә лайыҡ булды, Лира Сәлимйән ҡыҙы Рәсәй мәғариф министрлығын Маҡтау ҡағыҙы менән наградланды.

Заман һулышын тойоп, бер ҡатарҙан барған уҡытыусыларыбыҙ мәктәбебеҙҙең оло байрамын юғары ҡаҙаныштар, ҡыуаныслы һөҙөмтәләр менән ҡаршылай!

Мәктәптә үткән юбилей саралары тураһында гәзитебеҙҙең 18 ноябрь һанында уҡый алаһығыҙ.

Лира АБДРАХМАНОВА,

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: