+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Ноябрь 2022, 14:20

Башҡортостанда быйыл ете “IT-куб” үҙәге асылған

Башҡортостанда быйыл ете “IT-куб” үҙәге асылған. #национальныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда быйыл ете “IT-куб” үҙәге асылған
Башҡортостанда быйыл ете “IT-куб” үҙәге асылған

#национальныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Үҙәктәр Ишембай, Нефтекама, Октябрьский, Белорет, Стәрлетамаҡ, Өфө, Салауат ҡалаларында асылған. Һәр үҙәк заманса йыһазландырылған, бының өсөн 17 миллион һум аҡса тотонолған, тип хәбәр итә БР Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте.

– “IT-куб”та уҡыу – балаларға техник белем алыу, IT-өлкәлә кәрәк булған заманса һөнәрҙәргә өйрәнеү өсөн ҙур мөмкинлек ул, – ти Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

Һәр үҙәк 400-ҙән ашыу балаға даими белем биреүгә иҫәпләнгән. Уҡыуҙар түләүһеҙ. “IT-куб” үҙәктәре “Мәғариф” милли проектының “Һанлаштырылған белем биреү мөхите” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә булдырыла. 2022 йылда асылған үҙәктәрҙе йыһазландырыу өсөн барыһы 122,1 миллион һум аҡса тотонолған. Әле Башҡортостанда туғыҙ “IT-куб” үҙәге эшләй.

Фото –  БР Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте.

https://bashkizi.ru/news/milli-proekttar/2022-11-16/u-andar-a-d-l-t-yar-amy-3032073 

Автор:
Читайте нас: