+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Декабрь 2022, 09:43

Башҡортостан 45 мәктәп автобусы аласаҡ

2023 йылдың башында Башҡортостанға өҫтәмә 14 ашығыс ярҙам автомобиле һәм 45 мәктәп автобусы бирелә. #нацпроекты #регпроекты #нацпроектбашкортостана  

Башҡортостан 45 мәктәп автобусы аласаҡ
Башҡортостан 45 мәктәп автобусы аласаҡ

 Республика мәктәптәренә 20 пассажир һыйҙырышлы 28 автобус, 24 урынлыҡ 16-ты һәм 12 урынлыҡ бер автобус ҡаралған. Төбәккә киләсәк барлыҡ 14 «ашығыс ярҙам» автомобилдәре  В класлы ашығыс медицина ярҙамы автомобилдәренә ҡарай.

    Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, төбәктәргә йәмғеһе ике меңдән ашыу автобус һәм «ашығыс ярҙам» биреләсәк. Хөкүмәт етәксеһе М. Мишустин транспортты 2022 йылдың аҙағына тиклем һатып алырға, ә 2023 йылдың беренсе кварталында уны төбәктәргә алып барып еткерергә ҡушҡан. Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы контракттары буйынса башҡарыусылар итеп «ГАЗ» автомобиль заводы, Ульяновск автомобиль заводы һәм Павловка автобус заводы раҫланған.

     Ашығыс ярҙам машиналары һәм мәктәп автобустары һатып алыуға федераль ҡаҙнанан өҫтәмә 7,2 миллиард һум бүленә. Мәктәп автобустарын  һатып алыуға өс миллиард һум йүнәлтелә, был аҡсаға 1,1 мең яңы транспорт сараһы һатып алына. Автобустарҙың күбеһен ауыл ерендәге мәктәптәргә, балаларҙы уңайлы һәм хәүефһеҙ йөрөтөү өсөн бүләсәктәр.

        4,2 миллиард һумға 937 ашығыс ярҙам машинаһы һатып алынасаҡ, улар ауыл биләмәләренә, бәләкәй ҡалаларға һәм ҡала тибындағы ҡасабаларға ебәрелә, был унда йәшәүселәргә медицина ярҙамын алыуҙы яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк.

Президент Владимир Путин 2021 йылда Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһе йомғаҡтары буйынса хөкүмәткә мәктәп автобустары һәм «ашығыс ярҙам» паркын 2024 йылға тиклем яңыртырға ҡушҡайны. Федераль ҡаҙна иҫәбенә йылына кәмендә дүрт мең автобус һәм 2021-2023 йылдарҙа биш мең ашығыс ярҙам машинаһы һатып алынырға тейеш. Бөтә техника мотлаҡ Рәсәйҙә етештерелгән булыуы мотлаҡ. 2021 йылда ил хөкүмәтенең резерв фонды ошо маҡсатҡа 15,3 миллиард һум бүлгән. Был сара төбәктәргә дүрт мең автобус һәм 1,6 меңдән ашыу «ашығыс ярҙам» алыуға булышлыҡ иткән.

    2022 йылда транспорт сараһын һатып алыуға 16 миллиард һум йүнәлтелгән, уға өс меңдән ашыу автобус һәм 1,2 меңдән күберәк ашығыс ярҙам машинаһы һатып алынған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: