Мәғариф
12 Декабря 2022, 10:54

Йәштәр лабораториялары булдырыла

Рәсәй Президенты Владимир Путин Йәш ғалимдар конгресында, һәр дәүләттең уңышы күбеһенсә фәнни эшмәкәрлек һөҙөмтәләренә, уларҙы тормоштоң төрлө өлкәләрендә дөрөҫ ҡулланыуға бәйле, тип билдәләне.

Добавить в предпочтительные источники Google

#нацпроекты#регпроект#национальныепроектыБашкортостан

Ошо бурысҡа бәйле ил Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Чернышенко аңлатма бирҙе. "Хәҙерге заман йәштәр лабораториялары ярҙамында (ә улар илдә 200-ҙән ашыу) Рәсәй Хөкүмәте тикшеренеүселәре микроэлектроника, ауыл хужалығы, яңы энергетика, медицина, шулай уҡ климатты тикшереү йүнәлештәре буйынса һөҙөмтәле эш алып барыу өсөн шарттар булдыра. Һәр ғилми коллективтың сәнәғәт партнерҙары — иҡтисадтың реаль секторы предприятиелары бар. Был юғары уҡыу йорттарының һәм ғилми-тикшеренеү институттарының ғаризаларын ҡарағанда һайлап алыуҙың хәл иткес критерийы булып тора. Ошондай хеҙмәттәшлек, заказ биреүсегә аныҡ үтенес Рәсәй һәм донъя баҙарына фәнни-ғәмәли йәһәттән үҫеш, инновациялы технологияларҙы арттырыу мөмкинлеген бирә. Йәштәр лабораторияларын булдырыу дауам итәсәк", — тине Хөкүмәт рәйесе.

Бындай эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған "Мәғариф" милли проекты (национальный проект "Образование") бурыстарын тормошҡа ашырыуға үҙ өлөшөн индерә.

Фото: government.ru

Читайте нас