+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Декабрь 2022, 09:45

Ауыл тренерҙарына гранттар суммаһы арттырыласаҡ

Башҡортостанда спортсыларға һәм уларҙың тренерҙарына, айырыуса ауыл ерендә эшләгәндәргә социаль ярҙам күрһәтеүгә ҙур иғтибар бүленә. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ауыл тренерҙарына гранттар суммаһы арттырыласаҡ
Ауыл тренерҙарына гранттар суммаһы арттырыласаҡ

Башҡортостанда спортсыларға һәм уларҙың тренерҙарына, айырыуса ауыл ерендә эшләгәндәргә социаль ярҙам күрһәтеүгә ҙур иғтибар бүленә.
«Ауыл тренеры» проекты сиктәрендә 104 белгескә 600-шәр мең һум аҡса түләнгән дә инде. Киләһе йылдан гранттың суммаһы миллион һумға тиклем арттырыла, тине Радий Хәбиров физкультура һәм спорт буйынса республика советы ултырышында.

«Беҙҙең тренерҙар 76 Олимпия, Паралимпия, Сурдлимпия уйындары чемпионын һәм призерын тәрбиәләгән. Билдәле спортсыларыбыҙға һәм уларҙың остаздарына ярҙам күрһәтеү буйынса ҡарар ҡабул иттек. Киләһе йылдан улар миллион һум ала башлай. Олимпия, Паралимпия йәки Сурдлимпия уйындары чемпиондарына һәм призерҙарына республиканан айлыҡ түләүҙәр (чемпиондарға, көмөш һәм бронза призерҙарға «ғүмерлек стипендиялар»  – 30, 25 һәм 20 мең һум) тәғәйенләнә.

Республиканан матди яҡтан дәртләндереү ҡаралған ярыштар исемлеген киңәйттек. Хәҙер унда Бөтә Рәсәй спартакиадалары ла бар. Быға тиклем Рәсәй чемпионаттары индерелгәйне», – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Бындай ярҙам саралары күрһәтеү “Мәғариф” милли проектын да бойомға ашырыуға ярҙам итә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: