+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Декабрь 2022, 14:30

2023 йыл – Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылы

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин 2023 йылды Уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

2023 йыл – Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылы
2023 йыл – Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылы

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин 2023 йылды Уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Был йүнәлештәге башҡарыласаҡ эштәр ил Президентының май указдарына ярашлы тормошҡа ашырылған “Мәғариф” милли проекты ҡуйған бурыстарҙы хәл итеүгә лә булышлыҡ итәсәк.

Хөкүмәт Рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова һәм Президент Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитетының беренсе ултырышын үткәрҙе.

«Рәсәй Президенты Владимир Путин 2023 йылды Уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан итте. Был ҡарар уҡытыусыларҙың юғары статусын таныу һәм уларҙың башҡарған эшенең мөһимлеге хаҡында һөйләй. Президент биргән байтаҡ йөкләмәләр уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреүгә, уҡытыусыларға социаль ярҙам күрһәтеүгә, һөнәри үҫешкә ҡарашты үҙгәртеүгә йүнәлтелгән», - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Татьяна Голикова.

«Уҡытыусы һәм остаз йылының бурысы – ошо һөнәргә иғтибар йүнәлтеү, уҡытыусыларыбыҙға тейешле хөрмәт күрһәтеү генә түгел, ә йәштәрҙең педагогикаға ҡыҙыҡһыныуын арттырыу, юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң мәктәпкә эшкә киләсәк ижади, һәләтле, әүҙем абитуриенттарҙы педагогик вуздарға йәлеп итеү», - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Татьяна Голикова.

Шул уҡ ваҡытта мәктәпте тамамлаусыларҙа әле үк педагогик һөнәрҙәргә ҡыҙыҡһыныу күҙәтелә, тип билдәләне вице-премьер. «Мәғариф һәм педагогия фәндәре» йүнәлеше буйынса контроль ҡабул итеү һандарының дөйөм күләме йылдан-йыл арта. Психология-педагогия йүнәлешендәге профилле кластар селтәре үҫешә.

Президент Хакимиәте Етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко билдәләүенсә, педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең, уҡытыусыларҙың айырым статусын таныу буйынса эш тематик йыл менән тамамланмай, ул артабан да дауам итәсәк.

Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов билдәләүенсә, Уҡытыусы һәм остаз йылын тантаналы асыу ғинуарҙа үтәсәк. Исемле йыл айҡанлы ил күләмендә төрлө саралар, форумдар, Уҡытыусылар көнөндә Мәскәүҙә ҙур байрам, мәғариф хеҙмәткәрҙәренә маҡтаулы исемдәр, гранттар тапшырыу һ.б. планға алынған. 

Автор:
Читайте нас: