+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Декабрь 2022, 08:10

56 мәктәпкә яңы автобустар килә

Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика мәктәптәре директорҙарына илебеҙҙә етештерелгән ГАЗ, ПАЗ һәм УАЗ маркалы 56 заманса мәктәп автобусы асҡыстарын тапшырҙы.  #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

56 мәктәпкә яңы автобустар килә
56 мәктәпкә яңы автобустар килә

Уларҙы һатып алыуға федераль бюджеттан 170,6 миллион һум аҡса бүленгән. Быйыл төбәк бюджеты бүлгән 79,5 миллион һумға 20 яңы мәктәп автобусы һатып алынған булған.

       Һуңғы өс йылда Башҡортостандың мәктәп автопаркын йәмғеһе 378 автобус тулыландырған, шуларҙың 112-һе - республика бюджеты иҫәбенә һәм 266-һы федераль ярҙам менән алынған.

       Республика киләһе йылдың беренсе кварталында федераль бюджет иҫәбенә тағы ла 45 ГАЗ маркалы автобус аласаҡ. Республика Башлығы асҡыстарҙы тапшырыу тантанаһынан һуң автобустарҙы ҡараны. Уларҙың барыһы ла ГЛОНАСС йәки ГЛОНАСС/ GPS, тахографтар менән йыһазландырылған.

 

Әйткәндәй,  әлеге ваҡытта республикала уҡыусыларҙы йөрөтөүҙе ойоштороу өсөн бөтәһе 1 669 автобус йәлеп ителгән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: