+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Декабрь 2022, 08:52

Киләһе йылда 77 мәктәп ремонтлана

2023 йылда Башҡортостанда мәктәптәрҙе капиталь ремонтлауға федераль бюджеттан 3,6 миллиард һум бүленә. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Киләһе йылда 77 мәктәп ремонтлана
Киләһе йылда 77 мәктәп ремонтлана

Республика бюджетынанда 700 миллион һум ҡаралған, шулай итеп дөйөм алғанда 4,3 миллиард һум буласаҡ.

      Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, ағымдағы йылда федераль үҙәктән республика ошо маҡсатҡа 2,9 миллиард һум алған. «Быйыл республикала 63 мәктәп төҙөкләндерелде. Киләһе йылда тағы ла күберәк - 77 мәктәпкә был ҡағыласаҡ. 2023 йылда республика мәктәптәренә федераль бюджеттан 3,6 миллиард һум килә», - тине Хажин.

      Ағымдағы йылда Башҡортостанда мәктәптәрҙе капиталь ремонтлауға бөтәһе 3,5 миллиард һум йүнәлтелгән. Республика яғынан берлектә финанслау 600 миллион һум тәшкил итте.

     Төҙөүселәргә аҡса муниципаль контракттар сиктәрендә бүленә. Эштәрҙе башҡарыусыларҙы урындағы властар һайлай, ә капиталь ремонт барышын хакимиәттәр, ата-әсәләр контролдә тота ала, тип билдәләне Айбулат Хажин.

     Шуныла билдәләр кәрәк, федераль программа буйынса Башҡортостанда мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау планы арттырылды. Әгәр 2022 йылдың июнендә 80 бинаны ике йылда реконструкциялау планлаштырылһа, хәҙер иһә 140 бинаны ремонтлау бурысы тора. Программаны Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы һәм төбәк властары менән берлектә Рәсәй Мәғариф министрлығы тормошҡа ашыра.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: