Мәғариф
9 Января 2023, 12:18

2025 йылға тиклем 165 мәктәптә капиталь ремонт уҙғарыу күҙаллана

2025 йылға тиклем 165 мәктәптә капиталь ремонт уҙғарыу күҙаллана #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
2025 йылға тиклем 165 мәктәптә капиталь ремонт уҙғарыу күҙаллана2025 йылға тиклем 165 мәктәптә капиталь ремонт уҙғарыу күҙаллана
2025 йылға тиклем 165 мәктәптә капиталь ремонт уҙғарыу күҙаллана

Эштәр федераль һәм төбәктең берлектәге финанслауы иҫәбенә башҡарыласаҡ.

2023 йылда дөйөм белем биреү учреждениеларының 77 бинаһын комплекслы капиталь ремонтлау буйынса эштәрҙе башҡарыуға бөтәһе 4,3 миллиард һум бүлеү күҙаллана, шул иҫәптән 3,6 миллиард һумы - федераль бюджеттан һәм 600 миллион һумы - республика ҡаҙнаһынан. Ошо 77 мәктәптең 17-һендә эштәр ике йыл дауамында - 2022 һәм 2023 йылдарҙа алып барыласаҡ.

 Әйткәндәй, 2022-2023 йылдарҙа республикала мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау федераль программаһы буйынса маҡсатлы  7,9 миллиард һум аҡса бүленгән. Шуның 6,6 миллиард һумы федераль бюджеттан күсә. Ике йыл эсендә 140 мәктәптә ремонт үткәрелергә тейеш. Ремонт эштәре мәктәптәрҙә шулай уҡ уҡыу йылы дауамында ла алып барыласаҡ. Шуға күрә уҡыусыларҙың бер өлөшө яҡындағы мәктәптәргә, башҡа белем биреү учреждениеларына (балалар баҡсалары, колледждар, техникумдарға), мәҙәниәт учреждениелары биналарына йәки дистанцион уҡытыу форматына күсереләсәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас