+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Ғинуар 2023, 16:30

Республикала мәктәп каникулдары оҙайтыла

Башҡортостанда  һыуыҡ көндәр тороу сәбәпле мәктәп каникулдары бер көнгә, 11 ғинуарға тиклем оҙайтыла.

Республикала мәктәп каникулдары оҙайтыла
Республикала мәктәп каникулдары оҙайтыла

«Һауа температураһының түбәнәйеүенә бәйле республика мәктәптәренә белем биреү процесын 12 ғинуарҙа башларға кәңәш ителде. Шул уҡ ваҡытта был  көндәрҙә биналарҙа йылылыҡ режимын контролдә тотоуҙы ойошторорға кәрәк», - тип белдерҙе Башҡортостан мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

      Бөгөндән  республиканың балалар баҡсалары штат режимында эшләй.

Уҡыуҙар башланғас,  тышта нисә градус булғанда балаларҙың мәктәпкә бармауы мөмкин икән?

      Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы уҡыусы балаларға тышта ниндәй температурала булғанда уҡырға бармаҫҡа мөмкин икәнлеген белдерҙе.

 Ҡала мәктәптәренең 1-4 класс уҡыусыларына  - 25, ауыл мәктәптәрендә уҡығандарға - 23 градус температурала өйҙә ҡалыу мөмкин; 5-9 кластарға  - 27, -25 градуста, өлкән 10-11 кластар уҡыусыларына ҡала ерендә -32, ауылдағы мәктәптәрҙә уҡығандар -30 градус һыуыҡта.

      Шулай уҡ уҡыу кластарында, йыйылыштар залында, ашханала һәм башҡа бүлмәләрҙә һауа температураһы иҫәпкә алына. Уларҙа термометр бағанаһы 18 градустан түбән төшмәҫкә тейеш. Дәрестәрҙе үткәрмәү тураһында ҡарарҙы уҡыу йорто етәкселеге ҡабул итә. Был көндәрҙә дәрестәрҙе дистанцияла үткәрергә кәңәш ителә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: