-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Ғинуар 2023, 16:10

Йәш ауыл уҡытыусыларына гранттар һаны арттырыла

Башҡортостанда йәш ауыл уҡытыусыларына гранттар һаны 150-гә тиклем арттырыла. Республика хөкүмәтенең сираттағы ултырышында премьер-министр Андрей Назаров ошо турала әйтте.

Дәүләт ярҙамының күләме — 690 мең һум. Шулай итеп, 2023 йылда ауыл уҡытыусыларына ярҙам күрһәтеү өсөн 103,5 миллион һум йүнәлтелә.

Башҡортостанда уҡытыусылар өсөн гранттар 2019 йылдың июнендә раҫланған. Гранттарға ауыл ерендәге дөйөм белем биреү ойошмаларында ике йылдан ашыуыраҡ эшләгән 35 йәшкә тиклемге уҡытыусылар дәғүә итергә мөмкин. Уларҙы конкурс барышында республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы билдәләй. Премьер-министр шулай уҡ 2022 йылға йомғаҡ яһаны. Уның һүҙҙәренсә, «Профессионалитет» федераль проекты сиктәрендә республиканың 4 белем биреү кластерына 400 миллион һум йәлеп ителгән, 121 оҫтахана ойошторолған, шуларҙың 12-һе - федераль проект сиктәрендә һәм 109 оҫтахана — WorldSkills чемпионаты мираҫы.

Республика Башлығының ҡушыуы буйынса 2023 йылда урта һөнәри белем биреү учреждениеларын үҫтереүгә аҡса бүлеүҙе дауам итербеҙ, тип билдәләне ул. Республикала «Мәктәпкәсә белем биреү сертификаты» проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. 2022 йылда 2000 сертификат бирелгән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-01-18/chislo-grantov-molodym-selskim-uchitelyam-v-bashkirii-vyrastet-do-150-3109837

Автор:
Читайте нас: