+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Ғинуар 2023, 10:15

Балалар баҡсалары заман талабына яуап бирергә тейеш

Путин бөтә төбәктәрҙә лә балалар баҡсаларында урындар менән проблемаларҙы хәл итергә ҡушты.  #ВладимирПутин

Балалар баҡсалары заман талабына яуап бирергә тейеш
Балалар баҡсалары заман талабына яуап бирергә тейеш

Рәсәй төбәктәре властары ағымдағы йылда балалар баҡсаһына балаларҙы урынлаштырыу буйынса тулыһынса өлгәшергә тейештәр, тип белдерҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин Санкт-Петербургта Обухов заводы эшселәре менән осрашыуында.

 «Быйыл, бөтә төбәктәр буйынса ла был мәсьәләне хәл итеү зарур тип уйлайым. Теләүселәрҙең барыһы ла балалар баҡсаларына, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына үҙ балаларын бирә алһын ине», - тине Президент. Президент һүҙҙәренсә, был бурыс 64 төбәктә тулыһынса хәл ителгән дә инде.

      Владимир Путин 2022 йылдың июлендә Рәсәй төбәктәрендә балалар баҡсаларын асыу мәсьәләһе хәл ителгән тиерлек. Ауырлыҡтар, тәү сиратта, «заман менән тейешле инфраструктура тураһында хәстәрлек күрмәгән» яңы барлыҡҡа килгән райондарҙа һаҡланған, тип билдәләне ул.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: