+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Ғинуар 2023, 09:13

Өфөлә беренсе уҡытыусыға һәйкәл асыла

Быйыл Өфөлә беренсе уҡытыусыға һәйкәл, шулай уҡ яңыртылған Мәғарифты үҫтереү тарихы музейын асыу күҙаллана. Был хаҡта республиканың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр иттеләр.

#ВладимирПутин

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Рәсәйҙә 2023 йыл Уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан ителде. Дәүләт башлығы Владимир Путин 2022 йылдың июнендә тейешле указға ҡул ҡуйған.

Уҡытыусы һәм остаз йылының төп маҡсаты — педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең айырым статусын таныу. Шуға күрә лә барлыҡ сараларҙың да уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреүгә, һөнәрҙе популярлаштырыуға йүнәлтелеүе осраҡлы түгел, тип белдерҙеләр Мәғариф министрлығында.

Уҡытыусы һәм остаз йылы уңайынан республика планына бөтәһе 53 сара индерелгән, тип хәбәр итте «Башинформ».

Планда һөнәри оҫталыҡ өлкәһендәге бәйгеләр, Бөтөн Рәсәй уҡытыусылар һәм өҫтәмә белем биреү өлкәһе хеҙмәткәрҙәре конкурстарының төбәк этаптары, төбәк-ара конкурстар, «Рәсәйҙең киләсәк быуын уҡытыусыһы» Бөтөн Рәсәй студенттар конкурсы бар.

Бынан тыш, Башҡортостанда ғилми-ғәмәли конференциялар, тематик форумдар һәм фестивалдәр ойошторола. Улар араһында — «Кәрәҙ» республика педагогик марафоны, шулай уҡ «Юғарыға ос!» мәктәп мәғарифы форумы.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Читайте нас: