Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Ғинуар , 15:05

«Йыл уҡытыусыһы» бәйгеһе еңеүселәренә – 1 миллион һум

Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы ҡарар проектын әҙерләгән, уның сиктәрендә 2023 йылдан «Йыл уҡытыусыһы» бәйгеһе еңеүселәренә 1 миллион һум түләргә тәҡдим ителгән. Тейешле документ федераль норматив хоҡуҡи акттар проекттары порталында баҫылған.  

«Йыл уҡытыусыһы» бәйгеһе еңеүселәренә – 1 миллион һум
«Йыл уҡытыусыһы» бәйгеһе еңеүселәренә – 1 миллион һум

 «2023 йылдан башлап йыл һайын «Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы» профессиональ бәйгеһе еңеүсеһенә һәм призерҙарына аҡсалата бүләк түләргә. Аҡсалата бүләкләү күләме: еңеүсегә - 1 миллион һум, призерҙарҙың һәр ҡайһыһына 500 мең һум тәшкил итә», - тиелә документ тексында. ТАСС агентлығы мәғлүмәте буйынса, «Рәсәйҙең йыл тәрбиәсеһе», «Рәсәйҙең йыл директоры», «Рәсәйҙең педагог-психологы», «Рәсәйҙең уҡытыусы-дефектологы», «Йыл оҫтаһы» һәм «Йөрәгемде балаларға бирәм» һөнәри бәйгеләре еңеүселәренә 200-шәр мең һум түләргә тәҡдим иткәндәр.

Сығанаҡ: Башинформ

Автор:
Читайте нас в