Мәғариф
21 Февраля 2023, 09:19

Әбйәлилдең аҫыл ҡыҙы

Туған телдең матурлығын тойорға өйрәтеүсе, тиҫтәләгән йылдар башҡорт теленең һағында тороусы, яҡташыбыҙ Сәлимә Айбулат ҡыҙы Таһирова (Сабитова) хаҡында был яҙмам.

Әбйәлилдең аҫыл ҡыҙыӘбйәлилдең аҫыл ҡыҙы
Әбйәлилдең аҫыл ҡыҙы

Сәлимә  Айбулат ҡыҙы­ — педагогия фәндәре кандидаты, доцент, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире.

Сәлимә Таһирова Әбйәлил районы Әбдрәш ауылында Рәйсә һәм Айбулат Сабитовтарҙың  ғаиләһендә тыуып үҫә. Әбдрәш  һигеҙ йыллыҡ мәктәбен, Сибай педагогия училищеһының башланғыс класс уҡытыусылары әҙерләү бүлеген, Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетын тамамлаған. Хеҙмәт юлын 1991 йылда Әбйәлил районы Атауҙы урта мәктәбендә башланғыс класс уҡытыусыһы булып башлай. 1996 йылда  институтты ҡыҙыл дипломға тамамлай, уҡыуын артабан аспирантурала дауам итһен өсөн башҡорт филология факультетының лингвистик фәндәрҙе уҡытыу методикаһы кафедраһына ассистент итеп ҡалдырыла. Аспирантурала көндөҙгө бүлектә  белем ала һәм кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. Төрлө йылдарҙа туған факультетының лингвистик фәндәрҙе уҡытыу методикаһы һәм башҡорт теле  кафедраларында ассистент, өлкән уҡытыусы, доцент вазифаларында тырышып эшләй. 2008 йылдан Сәлимә Айбулат ҡыҙы кафедра мөдире вазифаһына тәғәйенләнә. Заман, сәйәсәт, йәмғиәттәге үҙгәрештәр менән бәйле кафедра исемдәре, милли кадрҙар әҙерләү йүнәлештәре үҙгәрә, әммә  педагогик вуздың төп маҡсаты — республикаға һәм илебеҙгә юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләп сығарыу һәр саҡ көнүҙәк ҡала килә.

2020 йылдан Сәлимә Айбулат ҡыҙы башҡорт филологияһы факультетының башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһын етәкләй. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһында 17 уҡытыусы эшләй. Ул башҡорт теле һәм әҙәбиәте, уларҙы уҡытыу методикалары буйынса белгестәрҙе, ҡырғыҙ, ҡытай, төрөк, ғәрәп телдәре уҡытыусы-ғалимдарын берләштерә.

Мөғәллимә хеҙмәтендәге уңыштары өсөн Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Рәсәй Федерацияһы тәрбиә һәм мәғарифының почетлы хеҙмәткәре исемдәренә, Башҡортостан Республикаһының,  Өфө ҡала хакимәтенең  Почет грамоталарына лайыҡ булған.

С. Таһирова — актив йәмәғәт эшмәкәре лә. Ул Башҡортостан Республикаһы  мәғариф һәм фән министрлығында уҡыу-уҡытыу методик советы, Бөтә Рәсәй «Иң яҡшы туған тел  уҡытыусыһы», Төбәк-ара «Башҡорт  теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы», Халыҡ-ара «Милләт ғорурлығы» конкурстарында жюри ағзаһы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының туған һәм дәүләт телдәрен һаҡлау, үҫтереү» программаһы, Башҡортостан Республикаһы Башлығының дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән гранттары конкурсында еңгән проекттарҙың етәксеһе һәм башҡарыусыһы.

Әйткәндәй, беҙ, башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетында белем алыусы Әбйәлил студенттары, һәр ваҡыт Сәлимә Айбулат ҡыҙының беҙгә ышаныслы терәк булыуын тойҙоҡ. Ул тәбиғәте менән ғәҙел, ярҙамсыл, яғымлы кеше.  Һәр студенты, һәр ғилми эше өсөн янып торған яҡташыбыҙ абруйлы, хөрмәтле мөғәллимәләрҙең береһе. Туған телебеҙ һағында тынғыһыҙ һәм эшенә мөкиббән киткән телселәребеҙ булғанда телебеҙҙең киләсәге яҡты һәм өмөтлө булырына ышаныс ҙур. Халыҡ-ара туған телдәр көнө менән ҡотлап, Сәлимә Айбулат ҡыҙына иң изге теләктәрҙе юллайбыҙ.

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас