Мәғариф
28 Марта 2023, 11:30

Балаларҙың йәйге ялы нисек ойоштороласаҡ?

Был маҡсатта 2,5 миллиард һум аҡса бүленәсәк.

Балаларҙың йәйге ялы нисек ойоштороласаҡ?Балаларҙың йәйге ялы нисек ойоштороласаҡ?
Балаларҙың йәйге ялы нисек ойоштороласаҡ?

 Былтырғыға ҡарағанда 755,5 миллион һумға күберәк аҡса бүленә.

Был хаҡта оператив кәңәшмәлә мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин хәбәр итте. Республикада балаларҙы һауыҡтырыу һәм йәйге ялын ойоштороу буйынса бөтәһе 1849 ойошма эшләй. Уларҙың 962-һе – көндөҙгө лагерь, 102 – ҡала яны стационар балалар лагеры, алты сатыр, 73 тематик һәм 706 хеҙмәт һәм ял лагеры.

– Йәйгеһен 495 меңгә яҡын баланың ялын ойошторорға планлаштырабыҙ, был – мәктәп йәшендәге балаларҙың 95 проценты. Йәйге лагерҙарҙың төп бурысы –  тәрбиә биреү, бөтә ойошмалар ҙа тейешле программаларын әҙерләй, – тине Айбулат Хажин.

Министр һүҙҙәренсә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына айырым иғтибар бүленә. Бындай ғаиләләрҙән 120 бала Стәрлебаш районындағы «Орлёнок» лагерында ял иткән. Тағы ла 120 бала яҙғы каникулда ебәреләсәк.

Бынан тыш, йәйге осорҙа төбәктә Луганск республикаһынан килгән 1,5 мең бала ял итәсәк.

Автор:
Читайте нас