Мәғариф
6 Апреля 2023, 11:33

БДИ ваҡытында видеокүҙәтеү өсөн 53,7 миллион һум бүленә

Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты 2023 йылда 11-се кластарҙа дәүләт имтихандарын  уҙғарыуҙы видеоға төшөрөү буйынса хеҙмәттәр күрһәтеү өсөн подрядсы эҙләй. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

БДИ ваҡытында видеокүҙәтеү өсөн 53,7 миллион һум бүленәБДИ ваҡытында видеокүҙәтеү өсөн 53,7 миллион һум бүленә
БДИ ваҡытында видеокүҙәтеү өсөн 53,7 миллион һум бүленә

Мәғариф ойошмаһы ошо маҡсатҡа 53,7 миллион һум йүнәлтергә әҙер. 24 апрелдә процедураға йомғаҡ яһаласаҡ. Еңеүсе 114 имтихан тапшырыу пунктында, Мәғарифты үҫтереү институтында, Өфөнөң 41-се мәктәбендә һәм 14 берҙәм дәүләт имтиханын өйҙә тапшырыу пунктында 1315 видеокүҙәтеү объектын үҙ эсенә алырға тейеш. Хеҙмәттәр төбәк ҡаҙнаһынан финанслана. Тест үткәреү башланыуға ун көн алдан башҡарыусы видеокүҙәтеү системаһын эшләүгә әҙерләп заказсыға тапшырырға тейеш. Подрядсы бурысына комплекстарҙы монтажлау, синхронлаштырыу, сафҡа индереп-көйләү, тест үткәреү буйынса хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыу һәм дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үткәреүҙе яҙҙырыу инә. Видеокүҙәтеү имтихандар барған көндәрҙә штабтарҙа 7:30 - 19:00 сәғәттәрҙә уҙғарыласаҡ һәм аудиторияларҙа  8.00 - 17:00 сәғәттәрҙә алып барыласаҡ. Эштәрҙе тикшереү пунктында һәм төбәк мәғлүмәт эшкәртеү үҙәгендә яҙҙырыу тәүлек әйләнәһенә ойошторолорға тейеш. Уларҙа видеокүҙәтеү эштәре һуңғы имтихан һөҙөмтәләре буйынса ҡуйылған балдар менән килешмәү тураһында апелляцияны эшкәрткәндән һуң 20 көндән һуң тамамланырға тейеш.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас