

Республика ошо маҡсатҡа федераль ҡаҙнанан 123 миллион һум алған, тағыла 23 миллион һум төбәк ҡаҙнаһынан өҫтәлә. Быйыл йәй Башҡортостанда бөтәһе 1,6 мең балалар лагеры эшләйәсәк, уларҙа ярты миллион самаһы бала ял итәсәк.
Ағымдағы йылда илдең 15 субъектында яңы ял объекттарын төҙөү иҫәбенә Рәсәй балалар лагерҙарында урындар һанын 2,5 меңгә арттырыу күҙаллана. Шулай уҡ, төрлө йүнәлештәге профилле сменалар үткәреү өсөн 49 тиҙ ҡоролоусы модуль төҙөү планлаштырыла.