

2023 йылда Башҡортостанға балалар туризмын үҫтереү өсөн федераль бюджеттан 188,7 миллион һум аҡса бүленә, республика ҡаҙнаһынан өҫтәмә рәүештә 75,5 миллион һум йүнәлтелә. Йәғни 37 743 уҡыусы өсөн турҙар ойошторорға мөмкин.
Былтыр республика мәктәп туризмы программаһын бойомға ашырыусы 18 пилот төбәк иҫәбенә инде. Проект ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, балаларҙың, ата-әсәләрҙең, уҡытыусыларҙың юғары баһаһын алды. Ошо сәбәпле 2023 йылда республикабыҙҙа программала ҡатнашыусылар өс тапҡырҙан ашыуға арттырылды, улар өсөн яңы ҡыҙыҡлы маршруттар һәм экскурсиялар әҙерләнде.
Уҙған йәй Әбйәлил уҡыусылары “Урал аръяғына сәйәхәт” программаһы буйынса ял итеп, Сибай ҡалаһының иҫтәлекле урындарында булып, мәғрүр Ирәндек тауына күтәрелеп, Талҡаҫ матурлығына һоҡланып ҡайтты.
Былар барыһы ла «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты сиктәрендә боойомға ашырыла.