

#нацпроекты#регпроект#национальныепроектыБашкортостан
Өс ҡатлы бинаның дөйөм майҙаны 13 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә. Ул бер нисә блоктан тора. Заманса уҡыу кластарынан тыш, мәктәптә ике спорт залы, китапхана, ашхана, тамаша, гимнастика залдары, хәрәкәте сикләнгән уҡыусылар өсөн лифттар ҙа бар. Уҡыу йорто кәрәкле технологик һәм компьютер ҡорамалдары, спорт кәрәк-ярағы менән йыһазландырылған.
Бынан тыш, объектта заманса физкультура-спорт зонаһы ла урынлашҡан. Унда бәләкәй футбол яланы, волейбол, баскетбол, өҫтәл теннисы, спорт тренажерҙары, бейеккә һәм оҙонлоҡҡа һикереү өсөн майҙандар, йүгереү юлдары бар.
Мәктәп “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән, тип хәбәр итә БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/437741#scroll.