

Уҙған аҙнала эштәр бигерәк тә йәнләнде. Уҡыусылар проект булдырып, улар араһынан мәктәптең “Дуҫлыҡ” үҙидараһы иң мөһимдәре тип һаналған бишәүһен һайлап алды.
Конкурста ҡатнашыуға түбәндәге проекттар үтте:
- Лингафон кабинет;
- Заманса география кабинеты;
- Мәктәп телевидениеһы;
- Мәктәп радиоһы;
- Ял итеү зонаһы.
7 апрель мәктәптең өлкән класс уҡыусыларының дөйөм йыйылышында һайланған 5 проект та тикшерелде Һәр инициатив төркөм сығыш яһап, проекттың маҡсаты, үҙенсәлеге менән таныштырҙы, презентация күрһәтте.
Уҡыусылар әүҙем фекер алышҡандан һуң мәктәбебеҙгә ял итеү зонаһы кәрәклеген асыҡланы һәм ошо проект өсөн 100 проецент тауыш бирелде.
Шулай итеп, 8-се “а” класы уҡыусыһы Диана Ғиззәтова һәм уның командаһы тәҡдим иткән проект республика конкурсында ҡатнашасаҡ.
Динә КӨМӨШБАЕВА,
“Дуҫлыҡ” үҙидара ойошмаһы ағзаһы.