

Ҡаҙмаш мәктәбе нимә буйынса дан тота? Был, әлбиттә, спорт! Бигерәк тә саңғы буйынса ал бирмәй йәш спортсылар. Тренерҙары А. Р. Яҡуповтың тырыш хеҙмәте йыл һайын саңғы миҙгелендә уҡыусыларының юғары ҡаҙаныштары менән баһалана. Һәм был ғына түгел, 2000 йылдан башлап Ҡаҙмаш мәктәбе базаһында саңғы буйынса Рәсәй чемпионы, СССР-ҙың спорт мастеры Әсғәт Ҡаһарманов призына район ярышы үткәрелеп килә. Быйыл ул 23-сө тапҡыр уҙҙы. Был ярышта ла Ҡаҙмаш уҡыусылары һынатмай. Шәхси беренселектә уңыш ҡаҙанып пьедесталға күтәрелеүселәре хәтһеҙ. Ә инде команда беренселеген һуңғы 4-5 йылда ҡаҙмаштар берәүгә лә биргәне юҡ. Елдәй етеҙ, сая, һыуыҡтан ҡурҡмаған саңғысылар район командаһы составында төбәк, республика ярыштарында ла уңышлы сығыш яһай, еңеүҙәре менән тыуған Әбйәлилде данлай.
“Уҡыусыларҙың инициативаһын бюджетлау” республика проектына чемпиондар мәктәбе тәү сиратта, әлбиттә, белем усағының спорт базаһын яҡшырытыуҙы маҡсат иткән саңғылар һәм ГТО-ның ҡышҡы төрҙәренә әҙерләнеү өсөн тренажер алыу проектын тәҡдим итте һәм ул бөтә мәктәп тарафынан хупланды. Инде республика күләмендә еңеп сығырға яҙһын!
Положение буйынса бер нисә проект әҙерләү, уларҙы яҡлау һәм тауыш биреүгә ҡуйыу шарт. Был процедуралар Ҡаҙмаш урта мәктәбендә лә шартына еткереп башҡарылды. Әйтергә кәрәк, биш проекттың өсәүһе спортты үҫтереүгә йүнәлтелгән булып сыҡты. Йыһазландырылған стадион, тренажер залы булдырыу һәм саңғы спортын үҫтереү. Шулай уҡ “Саф һауала ял итеү зонаһы” проекты ла әүҙем ялды күҙ уңында тота. Батырға ла ял кәрәк тигәндәй, бишенсе проект ҡына алдағыларынан бер ни тиклем айырылды. Ул мәктәптә бушлай вай-фай менән ял итеү зонаһы булдырыуҙы тәҡдим итте.