Мәғариф
12 Апреля 2023, 14:00

Уҡыусыларҙың башланғысы хуплау тапһын

Алда тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ, ауырыраҡ  эш – проектты республика кимәлендә яҡлау көтә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Уҡыусыларҙың башланғысы хуплау тапһынУҡыусыларҙың башланғысы хуплау тапһын
Уҡыусыларҙың башланғысы хуплау тапһын

Күсем руднигы урта мәктәбенең инициатив төркөмдәре биш проект әҙерләне. Спорт майҙансығы, уҡыусылар өсөн ял зонаһы, ижади ҡеүәне үҫтереү өсөн йыһазландырылған кабинет, хореография залы һәм кадет класы булдырыу буйынса проекттар бөтә уҡыусылар иғтибарына еткерелде.  Йыйылышта 5-11-се кластан 106 уҡыусы ҡатнашты. Проекттар өсөн тауыш биреү асыҡ формала уҙҙы. Һөҙөмтәлә 101 уҡыусы спорт майҙансығы файҙаһына тауыш бирҙе.

Алда тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ, ауырыраҡ  эш – проектты республика кимәлендә яҡлау көтә. Уҡыусыларҙың тырышлығы һәм инициативаһы бушҡа китмәҫ тип ышанғы килә.

Айгөл МӘСӘЛИМОВА,

тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас