Мәғариф
12 Апреля 2023, 05:32

"Уҡыусыларҙың инициативаһын бюджетлау" проектында ҡатнашабыҙ

  Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы 2023 йылда республикала белем биреү учреждениелары араһында укыусыларҙың башланғысына нигеҙләнгән «Уҡыусыларҙың инициативаһын бюджетлау» проектарын тормошка ашырыуға субсидиялар биреүгә конкурс иғлан итте.  

Добавить в предпочтительные источники Google
"Уҡыусыларҙың инициативаһын бюджетлау"  проектында ҡатнашабыҙ"Уҡыусыларҙың инициативаһын бюджетлау"  проектында ҡатнашабыҙ
"Уҡыусыларҙың инициативаһын бюджетлау" проектында ҡатнашабыҙ

Хәҙерге яңы технологиялар, инновацион алымдар, ФГОС системалары мәктәптәрҙә индерелгәндә был фәһемле проектҡа Гусев урта мәктәбе уҡыусылары ла ҡушылды. Уҡыусылар мәктәп өсөн иң кәрәкле тип һаналған биш йүнәлештә бик әүҙем эш башланы һәм ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.

5-11 класс уҡыусылары төрлө ҡыҙыҡлы 5 проект тәҡдим иттеләр: хеҙмәт кабинеттары өсөн ҡорамалдар булдырыу, заманса музыка ҡорамалдары һатып алыу, уҡыу кабинеттарын проекттар менән тәъмин итеү, заманса төҙөкләндерелгән интератив кабинет төҙөү, спорт майҙансығын төҙөкләндереү.

Пректтар әҙерләп бөткәс клубта уҡыусыларҙың йыйылышы үтте. Элина Сөнәғәтова, Азалия Мырҙағильдина, Ильгина Бәйғәлина, Надежда Тарасенко, Элина Бакиева инициатив төркөм исеменөн сығыш яһанылар, презентация күрһәттеләр. Бөтә проекттарҙа йылы ҡабул ителде. уҡыусылар «Виртуаль донъя» уҡыу кабинеттарын проекторҙар менән тәъмин итеү проектын хупланы һәм 88,3 процент менән еңеүсе тип тапты.

Гусев урта мәктәбе уҡыусыларының башланған эштәре файҙалы һәм һөҙөмтәле булыр тигән өмөттә ҡалабыҙ.

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас