

Гусевта “Уҡыусыларҙың инициативаһын бюджетлау” проекты буйынса конкурсҡа тәҡдим проекттарын яҡлау сараһы уҙҙы.
Мәктәп этабына уҡыусылар командалары тарафынан биш проект тәҡдим ителде. Капитандар 9-сы кластан Надежда Тарасенко “Спорт залын һәм майҙансығын йыһазландырыу”, Элина Баҡыева “Заманса уҡыу кабинеттары. Киләсәк кабинеты”, 8-се кластан Илгенә Байғәлина “Виртуаль донъя”, Элина Сөнәғәтова “Технология кабинетын йыһазландырыу”, 10-сы кластан Азалия Мырҙагилдина “Музыка, йәшә!” проекттарын яҡлап сығыш яһаны. Тауыш биреүҙә еңеүсе тип табылған “Виртуаль донъя” проекты конкурстың республика этабында ҡатнашасаҡ.