

Уҡыусылар үҙ командаларын булдырып, класс етәкселәре ярҙамында проекттар әҙерләне. Һәм дөйөм мәктәп йыйылышында спорт майҙансығы, ял итеү урыны, агро-класс, музыкаль студия, химия һәм физика лабораторияһы булдырыу буйынса идеяларын ҡалғандар иғтибарына тәҡдим иттеләр. Һәр команда һалаған темаһы буйынса ныҡлы әҙерләнгән һәм уны яҡлап сығыш яһанылар.
Тәҡдим ителгән биш проект та мәктәбебеҙ өсөн көнүҙәк, ләкин тауыш биреүҙә 80 процент өҫтөнлөк менән мәктәп янында спорт майҙансығы булдырыу проекты еңеп сыҡты. Быға аптырарға түгел, киләсәгебеҙ өмөтлө булһын өсөн беҙгә сәләмәт булып үҫеү мөһим. Амангилде урта мәктәбе уҡыусылары спорт һәм сәләмәт тормош яҡлы! Район һәм республика кимәлендә төрлө спорт ярыштарында уҡыусыларыбыҙ гел алдынғы урындарҙы яулай.
Шулай итеп, 8-се класс уҡыусылары тәҡдим иткән проект республика конкурсында ҡатнашасаҡ.
Рүзилә НИҒМӘТУЛЛИНА,
6-сы класс уҡыусыһы.