+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Апрель 2023, 14:00

Бөтә проекттар ҙа яҡшы

Яңы Балапан мәктәбе уҡыусылары, уҡытыусылары һәм ата-әсәләр берлеге белем биреү ойошмалары уҡыусылары инициативаһы нигеҙендә төҙөлгән проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса республика конкурсында ҡатнашырға теләк белдерҙе.

Бөтә проекттар ҙа яҡшы
Бөтә проекттар ҙа яҡшы

Тиҙ арала инициатив төркөмдәр төҙөлдө. Улар биш проектҡа туҡталды: “Тантаналы саралар үткәреү өсөн мәктәп алды майҙансығы” (етәксеһе Д. Р. Ғибәҙәтова), “Мәктәп метеостанцияһы” (Г. М. Зәйтүнова), “Заманса уҡыу кабинеты” (Г. Ф. Дауытова), “Мәктәптә тренажер залы” (Э. З. Һөйөндөкова), “Мобиль отряд “Хәүефһеҙлек мәктәбе” (Д. Б. Ҡорманаева). Инициатив төркөмдәр үҙ проекттары өҫтөндә бик актив эшләне: төрлө һорауламалар үткәрҙе, сығыштар әҙерләне. Сөнки тауыш биреү һөҙөмтөһендә бер генә проект өҫтөнлөк алырға тейеш.

7 апрель проектарҙы яҡлау көнө тип иғлан ителде. Һәр төркөм үҙ проекты менән таныштырҙы, уның көнүҙәклеген һәм әһәмиәтлеген билдәләне, көтөлгән һөҙөмтәләрҙе күҙалланы. 5-11-се класс уҡыусылары ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы, һорауҙар бирҙе, яуаптар алды. Һуңынан тауыш биреү ысулы менән иң яҡшы проект һайланды. Ул – “Тантаналы саралар үткәреү өсөн мәктәп алды майҙансығы”.

Ә ни өсөн был проектҡа өҫтөнлөк бирелдеме? Мәктәптә спорт, тантаналар залдары булмау ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Бөтә саралар ҙа тығыҙ коридорҙа уҙа. Саф һауала, уңайлыҡтар булдырылған майҙансыҡта үткәрелгән төрлө тантаналар, иртәнге физик күнекмәләр, дәүләт флагын күтәреү һәм төшөрөү буйынса  линейкалар һәр уҡыусының күңеленә хуш килер ине.

Лилиә ЗӘЙТҮНОВА, 

уҡытыусы.

 

Бөтә проекттар ҙа яҡшы
Бөтә проекттар ҙа яҡшы
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: